10 Сапҡындар Әфраим менән Менашше ерҙәрендә ҡаланан ҡалаға йөрөй, зевулундарға ла барып етә, тик уларҙы көлөп һәм мыҫҡыллап ҡаршылайҙар.
Лут ҡыҙҙарының кейәү буласаҡ егеттәренә барып әйтте: – Тиҙерәк был ҡаланан китегеҙ. Хәҙер Раббы уны һәләк итәсәк! Әммә егеттәр, Лут шаярталыр, тип уйланы.
Батша менән уның түрәләре исеменән яҙылған хаттарҙы бөтә Исраил менән Йәһүҙә халҡына еткереүсе сапҡындар юлға сыға. Хатта былай тиелгән була: «Исраил халҡы! Ибраһим, Исхаҡ һәм Исраил Аллаһы Раббыға йөҙ бороғоҙ, һәм Ул да Ашшур батшаларынан иҫән ҡалған һеҙгә табан боролор.
Улар баш ҡаһин Хилҡияһҡа килә, Алла ҡорамына бирелгән көмөштәрҙе уға тапшыра. Был көмөштәрҙе тупһа һаҡлаусы левиҙәр менашшеларҙан, әфраимдар һәм башҡа исраилдарҙан, бөтә йәһүҙиҙәрҙән, бинйәминдәрҙән, Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙән йыйған була.
Ләкин улар Алла илселәрен мыҫҡыллай, Алла һүҙҙәренә ҡолаҡ та һалмай, пәйғәмбәрҙәрен битәрләй. Раббының Үҙ халҡына асыуы төшкәнгә тиклем шулай дауам итә, ҡотолоу сараһы ҡалмай.
Быны ишеткәс, Хорон кешеһе Санбаллат, ғаммондар түрәһе Товияһ һәм ғәрәп Гешем беҙҙән мыҫҡыллы көлөп: – Нимә эшләргә уйлайһығыҙ? Әллә батшаға ҡаршы баш күтәрергә йөрөйһөгөҙмө? – тинеләр.
Батшаның бөтә өлкәләренә сапҡындар менән ошо бойороҡ оҙатылды. Унда, олоһонан алып кесеһенә тиклем, балалары һәм ҡатындары менән бергә бер көндә, ун икенсе айҙың, йәғни адар айының ун өсөнсө көнөндә, бөтә йәһүдтәрҙе ҡырырға, үлтерергә һәм юҡ итергә, ә мөлкәттәрен талап алырға ҡушылғайны.
Сапҡындар батшаның бойороғо менән кисекмәҫтән юлға сыҡты һәм фарман Шушан ҡәлғәһендә иғлан ителде. Батша менән Һаман шарап эсергә ултырҙы, ә ҡала халҡы аптырап ҡалды.
Ахашверош батша исеменән яҙылған был хаттар, батша йөҙөгө менән мөһөрләнгәндән һуң, батшаның йылҡы өйөрөндәге иң саптар аттарға атланған сапҡындары менән оҙатылды.
Батшаның саптар аттарына атланған сапҡындар батша бойороғо менән кисекмәҫтән юлға сыҡты. Фарман Шушан ҡәлғәһендә лә уҡып ишеттерелде.
Мин дуҫтарым өсөн бер әҙәм көлкөһө булдым. Ә бит Аллаға ялбарғанда яуап ала торғайным. Хәҙер иһә тоғро, камил әҙәм – мәсхәрә булып ҡалдым.
Көндәрем сапҡындан етеҙерәк елеп үтә, Әммә алда яҡшылыҡ күренмәй.
– Мин халдейҙар яғына сыҡҡан йәһүҙиҙәрҙән ҡурҡам, – тине Сидкияһ батша Йермеяһҡа. – Халдейҙар мине уларҙың ҡулына бирер ҙә, улар мине ғазаплар тип хәүефләнәм.
Аҡса яратҡан фарисейҙар, быларҙы ишетеп, Ғайсанан мыҫҡыллап көлдөләр.
Ә халыҡ ҡарап торҙо. Башлыҡтар иһә мыҫҡыл итеп: – Башҡаларҙы ҡотҡара ине бит. Әгәр Ул Мәсих – Алла тарафынан һайланған икән, Үҙен дә ҡотҡарһын, – тинеләр.
Ҡыҙҙың үлгәнлеген белгәс, барыһы ла Ғайсанан көлә башланы.
Үлеләрҙең терелеүе тураһында ишеткәс, ҡайһы берәүҙәр көлдө, ә икенселәре: – Был хаҡта һине икенсе юлы тыңларбыҙ, – тине.
Ҡайһы берҙәре мыҫҡыл ителә, ҡамсы менән һуғыла, ҡайһы берҙәре хатта бығауланып, төрмәләргә ябыла.