9 Алтын ҡаҙауҙарының ауырлығы илле шекел тарта. Өҫкө бүлмәләрҙе лә алтын менән көпләтә.
Шунан Дауыт улы Сөләймәнгә ҡорамдың айуанының, биналарының, келәттәренең, өҫкө һәм эске бүлмәләрҙең, Килешеү һандығын һәм һандыҡтың гонаһтарҙан паклау ҡапҡасын ҡуяһы урындың һыҙмаларын бирә.
Шунан ул Иң мөҡәддәс урынға ике кируб һынын яһата һәм уларҙы алтын менән көпләтә.