8 Иң мөҡәддәс урынды эшләтә: уның буйы, ҡорамдың иңе кеүек үк, егерме терһәк, иңе лә егерме терһәк була; уны алты йөҙ талант иң яҡшы алтын менән көпләтә.
Ҡорамдың артҡы яғында, ҡырыйҙан егерме терһәк эскәрәк индереп, иҙәндән түшәмгә тиклем кедр таҡталарҙан диуар эшләтеп, бер эске бүлмә яһатты, был бүлмә Иң мөҡәддәс урын булды.
Пәрҙәне сатыр түбәһендәге ҡаптырмаларға эл дә Килешеү һандығын пәрҙә эсенә ҡуй. Был пәрҙә Мөҡәддәс урын менән Иң мөҡәддәс урынды айырып торһон.
Унан оҙонлоғо һәм киңлеге ҡорам залы һымаҡ егерме терһәк булған эске бүлмәне үлсәне һәм миңә: – Был – Иң мөҡәддәс урын, – тине.
Шулай итеп, имандаштар, беҙ Ғайса ҡаны менән ҡыйыу рәүештә Иң мөҡәддәс урынға инә алабыҙ.
Икенсе пәрҙә артында Иң мөҡәддәс тип аталған урын бар ине.
Бының бөгөнгө көн өсөн дә мәғәнәһе бар: бүләктәр һәм ҡорбандар килтереү менән ғибәҙәт ҡылыусының выжданы сафлана алмай.