6 Сөләймән залды затлы таштар менән биҙәтә. Алтындың Паруаимдан килтертелгәнен файҙалана.
Мин, бар көсөмдө һалып, Алла йортона тейешле әйберҙәрҙе эшләр өсөн алтын, көмөш, баҡыр, тимер, ағас әҙерләнем. Оникс, тирәскә беркетмәле таштар, төҫлө таштар һәм һәр төрлө аҫыл таштар, бик күп мәрмәр әҙерләнем.
Кемдә ҡиммәтле таштар булһа, уларҙы Раббы йортоноң хазина ҡаҙнаһына бирәләр. Хазина өсөн Гершон нәҫеленән Йехиил яуаплы була.
Ҙур залды, эстән кипарис ағасы менән көпләткәндән һуң, саф алтын менән ҡаплата, уға хөрмә ағасы һүрәттәре, сылбыр семәрҙәр яһата.
Ул залдың һайғауҙарын, тупһаларын, ишектәрен, диуарҙарын да алтын менән көпләтә, диуарҙарына кируб һүрәттәре ырып яһата.