15 Ҡорам алдына утыҙ биш терһәк бейеклектәге ике бағана ултырттырып, һәр береһенең башына биш терһәк бейеклегендәге таж ҡуйҙырта.
Халдейҙар, Раббы ҡорамындағы баҡыр бағаналарҙы, таяуҙарҙы, баҡыр диңгеҙҙе киҫәктәргә тураҡлап, баҡырын Бабилға оҙаттылар.
Һададғәзәрҙең Тивхаҫ һәм Кун тигән ҡалаларында Дауыт ҡулына бик күп баҡыр төшөрә. Аҙаҡ шул баҡырҙан Сөләймән Алла йорто өсөн диңгеҙ тип аталған ҙур баҡыр һауыт һәм бағаналар, баҡыр һауыт-һаба эшләтә.
Сылбырҙар эшләтеп, шуларҙы бағаналарҙың башына уратып һалдыра, йөҙәр дана анар яһатып, сылбырҙарҙың өҫтөнә теҙҙертә.