13 Был кирубтарҙың ҡанаттарының ҡоласы йәмғеһе егерме терһәк тәшкил итә; улар үҙ аяҡтарында тора, йөҙҙәре менән ҡорам залына ҡарай.
Сөләймән тағы ла зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йоҡа етендән пәрҙә ҡорҙорта, уға кирубтар сиктерә.
Кирубтарҙың ҡанаттары, өҫкә йәйелеп, һандыҡ ҡапҡасын ҡаплап торһон. Улар бер-береһенә йөҙҙәре менән ҡапма-ҡаршы торһон һәм ҡапҡас өҫтөнә ҡараһын.