10 Шунан ул Иң мөҡәддәс урынға ике кируб һынын яһата һәм уларҙы алтын менән көпләтә.
Ике кирубтың йәйелгән ҡанаттары бергә барыһы егерме терһәк тәшкил иткән була. Йәнәш торған ике кирубтың һәр ҡанаты егерме терһәк оҙонлоғонда булып, береһе – диуарға, икенсеһе остары менән икенсе кирубтың ҡанат осона тейеп тора.
Ҡапҡастың ике осона, алтындан сүкеп, ике кируб эшлә.
Кирубтарҙың ҡанаттары, өҫкә йәйелеп, һандыҡ ҡапҡасын ҡаплап торһон. Улар бер-береһенә йөҙҙәре менән ҡапма-ҡаршы торһон һәм ҡапҡас өҫтөнә ҡараһын.