Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 3:1 - Изге Яҙма

1 Йәрүсәлимдәге Морияһ тауы өҫтөндә – Дауытҡа Раббы күренгән ерҙә Сөләймән Раббы ҡорамын төҙөй башлай. Элек йевуси Орнандың ырҙыны урынлашҡан был урынды уға атаһы Дауыт әҙерләп ҡуйған була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 3:1
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был урынды Ибраһим Йәһүә-Йире тип атаны. «Раббы тауында хәстәрләнер», – тигән әйтем шунан ҡалған.


– Ибраһим, – тип өндәште уға Алла. – Эйе, мин, – тип яуап ҡайтарҙы Ибраһим. Алла былай тине: – Исхаҡты, яратҡан берҙән-бер улыңды, ал да Морияһ еренә бар. Шунда Мин күрһәткән бер тауҙа улыңды тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтер.


Фәрештә Йәрүсәлимде юҡ итер өсөн ҡулын күтәргәйне, әммә Раббы кире уйлап бәләгә сик ҡуйҙы. Ул халыҡты ҡырған фәрештәгә: – Етер, ҡулыңды төшөр! – тине. Раббы фәрештәһе был ваҡытта йевуси халҡынан булған Арауна тигән кешенең ырҙыны янында тора ине.


Шунан Раббы фәрештәһе Ғад аша Дауытҡа йевуси Орнандың ырҙынына барып, Раббыға ҡорбан усағы эшләргә бойора.


– Бында Раббы Алланың йорто менән Исраилдың тотош яндырыу усағы булыр, – ти Дауыт.


Йоханан Йәрүсәлимдә Сөләймән төҙөгән ҡорамдың ҡаһины Ғазаръяһтың атаһы була.


Төҙөлөштө батша булып ултырғандың дүртенсе йылында, икенсе айының икеһендә башлай ул.


Мәгәр был йортто Аллаға Сөләймән һалған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ