Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 29:6 - Изге Яҙма

6 Сөнки ата-бабаларыбыҙ тоғролоҡ һаҡламаны, Аллабыҙ Раббыға хуш килмәҫтәйҙе ҡылып йөрөнө, Уны ташланы, Раббы торлағынан йөҙ сөйөрөп, уға арҡалары менән боролдо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 29:6
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Барығыҙ, минең хаҡҡа, Исраил менән Йәһүҙәлә ҡалғандар хаҡына ошо табылған китапта яҙылғандар тураһында Раббынан һорап белешегеҙ. Сөнки, ата-бабаларыбыҙ Раббы һүҙен тотмағаны, ошо китаптағыса йәшәмәгәне өсөн, Уның беҙгә төшәһе асыуы көслө.


Әммә ата-бабаларыбыҙ Күк Аллаһын асыуландырҙы. Шул арҡала Алла уларҙы Бабил батшаһы халдей Навуходоносор ҡулына бирҙе; ул йортто емереп, халҡын Бабилға һөрҙө.


Ата-бабаларыбыҙ ғүмер һөргән замандарҙан алып ошо көнгә тиклем беҙ сикһеҙ ғәйеп эсендәбеҙ, боҙоҡлоҡтарыбыҙ өсөн беҙ, батшаларыбыҙ, ҡаһиндарыбыҙ сит ил батшалары ҡулына, ҡылыс аҫтына, әсирлеккә эләктек, таланыуға һәм кәмһетелеүгә дусар булдыҡ һәм бөгөн дә шунан ҡотола алмайбыҙ.


Ҡолаҡ һал, күҙҙәреңде ас, Үҙ ҡолоңдоң доғаһын ишет! Мин хәҙер көнө-төнө ҡолдарың – Исраил халҡы өсөн Һиңә доға ҡылам, Исраил халҡының гонаһын таныйым. Һинең алдыңда гонаһлыбыҙ беҙ, гонаһлыбыҙ – мин дә, бөтә нәҫел-нәсәбебеҙ ҙә.


Әммә улар, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, тәкәбберлек күрһәтте, тиҫкәрелектәренә барып, Һинең бойороҡтарыңды үтәмәне.


Аллабыҙ – бөйөк, ҡөҙрәтле, дәһшәтле, килешеүгә тоғро һәм мөхәббәтле Алла! Ашшур батшалары хакимлыҡ иткән дәүерҙәрҙән алып ошо көнгә тиклем беҙ – батшаларыбыҙ, түрәләребеҙ, ҡаһиндарыбыҙ, пәйғәмбәрҙәребеҙ, ата-бабаларыбыҙ һәм Һинең барлыҡ халҡың – дусар булған ғазаптарыбыҙ Һиңә әле лә аҙ булып тойолмаһын ине.


Батшаларыбыҙ, түрәләребеҙ, ҡаһиндарыбыҙ, ата-бабаларыбыҙ Һинең ҡануныңды үтәмәне, биргән бойороҡтарыңды, күрһәтмәләреңде һанға һуҡманы.


Раббы – минең ҡеүәтем һәм ҡәлғәм, Хәсрәт көнөмдә минең ышығым! Ерҙең сиктәренән халыҡтар килеп: «Аталарыбыҙ мираҫҡа ялғанды, Бер нәмәгә лә яраҡһыҙ боттарҙы алған, – тип әйтер. –


Минең халҡым ике енәйәт эшләне: Мине – тере һыу инешен – ташланы, Үҙенә һыу йыйырға таш ҡаяла соҡор, Һыу тота алмаҫтай ярыҡ соҡор, уйҙы.


Үҙеңде етәкләп барған Аллаң Раббыны ташлауың менән Үҙ башыңа быларҙы килтерҙең түгелме?


Улар ағасҡа: „Һин – минең атам“, Ташҡа: „Мине һин тыуҙырҙың“, – тиҙәр. Ә Миңә йөҙҙәре түгел, арҡалары менән боролдолар. Әммә өҫтәренә бәлә килһә: „Килә һал, ҡотҡар!“ – тип ялынырҙар.


Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ йәки Йәһүҙә халҡынан берәйһе пәйғәмбәрҙе үлтергәнме ни? Киреһенсә, батша, Раббынан ҡурҡып, Унан мәрхәмәт ялбарған. Раббы, ниәтенән кире ҡайтып, уларға белдергән һәләкәтте ебәреүҙән баш тартҡан. Ә беҙ үҙебеҙгә үҙебеҙ ҙур һәләкәт килтерергә торабыҙ!


– Һеҙҙең, ата-бабаларығыҙҙың, батшаларығыҙҙың, түрәләрегеҙҙең, ил халҡының Йәһүҙә ҡалаларында, Йәрүсәлим урамдарында хуш еҫ төтәтеүен иҫкә алманымы икән Раббы? – тип яуапланы. – Шул Уға барып етмәнеме икән?


Ата-бабаларыбыҙ гонаһ ҡылды, Әммә хәҙер улар юҡ инде; Ә ғәйептәренең язаһы беҙгә йөкмәлде.


Әйтәйек, был улдың да бер улы булыр. Ул, атаһы ҡылған бөтә гонаһтарҙы күреп, Уларҙың береһен дә ҡабатламаһа –


Ул мине Раббы ҡорамының эске ихатаһына алып инде. Ҡорамға ингән урында, айуан менән ҡорбан усағы араһында, егерме бишләп ир Раббы ҡорамына арҡаларын ҡуйғандар ҙа, йөҙҙәре менән көнсығышҡа боролоп, ҡояшҡа сәждә ҡылалар.


Бөйөк Хакимым минең! Һин хаҡлыһың, әммә Үҙ асыуыңды һәм ярһыуыңды Үҙеңдең ҡалаң Йәрүсәлимдән, Үҙеңдең изге тауыңдан кире ҡайтарһаңсы. Беҙҙең гонаһтарыбыҙ һәм ата-бабаларыбыҙҙың ғәйептәре өсөн Йәрүсәлим менән Һинең халҡың тирә-яҡтағы бөтә халыҡтар алдында хурлыҡ кисерә.


Кем атаһын йәки әсәһен Миңә ҡарағанда нығыраҡ ярата, шул Миңә лайыҡ түгел. Кем улын йәки ҡыҙын Миңә ҡарағанда нығыраҡ ярата, шул Миңә лайыҡ түгел.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ