4 Боттарға табынған ҡалҡыулыҡтарҙа, түбәләрҙә, һәр бер суҡ япраҡлы ағас аҫтында ҡорбан сала һәм хуш еҫ төтәтә.
Шунан Яҡуп тауҙа ҡорбан килтереп, туғандарын мәжлескә саҡырҙы. Ашап-эскәндән һуң, улар шул тауҙа йоҡларға ҡалды.
Яровғам ҡатынына: – Бар, батша ҡатыны булғаныңды белдермәҫлек итеп кейен дә Шилоға бар. Унда ошо халыҡтың батшаһы буласағым тураһында күрәҙәлек иткән Ахияһ пәйғәмбәр булыр.
Улар ҙа һәр бер ҡалҡыулыҡта, һәр бер суҡ япраҡлы ағас аҫтында үҙҙәренә ялған илаһтарға ғибәҙәт ҡылыу урындары төҙөнөләр, табыныу бағаналары һәм Ашераға бағышлап ҡолғалар ҡуйҙылар.
Боттарға табынған ҡалҡыулыҡтарҙа, түбәләрҙә, һәр бер суҡ япраҡлы ағас аҫтында ҡорбан салды һәм хуш еҫ төтәтте.
Исраилда табыныу ҡалҡыулыҡтары һаман элеккесә ҡала бирә, шулай ҙа Асаның йөрәге бөтә ғүмере буйы Аллаға тоғро була.
Ахаз батша Раббыға үтә күп хыянат ҡылып, Йәһүҙә халҡын аҙҙырған өсөн, Раббы Йәһүҙәне шулай түбәнһетә.
Йәһүҙәнең бөтә ҡалаларында сит аллаларға төтәтеү өсөн табыныу ҡалҡыулыҡтары булдырып, ата-бабаларының Аллаһы Раббыны асыуландыра.
Сит илаһтарға табыныу ҡалҡыулыҡтарығыҙҙы, хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усаҡтарығыҙҙы туҙҙырырмын, мәйеттәрегеҙҙе боттарығыҙҙың емереклектәренә ырғытырмын, күңелемдә һеҙгә нәфрәт һаҡлармын.
Былар барыһы ла Яҡуптың енәйәте, Исраил халҡының гонаһы арҡаһында. Яҡуп нәҫеленең фетнәһе өсөн кем яуаплы? Самария түгелме ни? Йәһүҙәләге табыныу ҡалҡыулыҡтары өсөн Кем яуап бирер? Йәрүсәлим түгелме ни?