3 Бен-Һинном үҙәнендә хуш еҫ төтәтә һәм Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларына эйәрә, хатта, үҙ улдарын ҡорбанға килтереп, утта яндыра.
Ул Исраил батшаларының юлынан китте, Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларына эйәрҙе, хатта үҙ улын ҡорбанға килтереп, утта яндырҙы.
Бер кем дә улын йәки ҡыҙын Мөләх илаһҡа утта ҡорбан итә алмаһын өсөн, Йошияһ Бен-Һинном үҙәнендәге Төфәҫте нәжесләне.
Менашше Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларын ҡабатлап, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла.
Ул Бен-Һинном үҙәнендә улдарын утҡа һалып ҡорбан итә, күрәҙәлек, сихыр һәм тылсым менән шөғөлләнә, әруахтарҙың рухын саҡырыусылар, тылсымсылар менән аралаша. Раббыға ҡаршы бик күп золом ҡылып, Уны асыуландыра.
Ҡаһиндарҙың башлыҡтары ла, халыҡ үҙе лә хыянаттарын арттыра бара, башҡа ҡәүемдәрҙең әшәкелектәрен ҡабатлай, Раббы Йәрүсәлимдә изгеләндергән ҡорамды нәжесләй.
Йәрүсәлимдең йорттары, Йәһүҙә батшаларының һарайҙары Төфәҫ кеүек нәжес булыр. Сөнки уларҙың баштарында күк есемдәренә бағышлап хуш еҫ төтәттеләр, башҡа илаһтарға түкмә ҡорбандар килтерҙеләр“».
Итәктәрең бер ғәйепһеҙ үлтерелгән Ярлы әҙәмдәрҙең ҡанына бысранған. Ә бит һин уларҙы бурлыҡ өҫтөндә тотманың. Әммә, шуға ҡарамаҫтан,
Улар Бен-Һинном үҙәнендә Бәғелгә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөнөләр, шунда Мөләх илаһына улдарын һәм ҡыҙҙарын ҡорбан иттеләр. Мин уларға бындай бойороҡ бирмәгәйнем, ундай әшәкелектәрҙе эшләрҙәр тип башыма ла килтермәгәйнем! Шуның менән улар Йәһүҙәне гонаһҡа батырҙылар».
Балаларыңдың береһен дә Мөләх илаһына ҡорбан итмә, бының менән Аллаңдың исемен хурлама. Мин – Раббы.
Меңләрләгән һарыҡ тәкәләрен, Ташҡын һымаҡ аҡҡан зәйтүн майын хуш күрерме Раббы? Енәйәтем өсөн – баш баламды килтерәйемме? Гонаһым өсөн – йөрәк ярып сыҡҡан сабыйымды?
Аллағыҙ Раббыға улай ғибәҙәт ҡылмағыҙ. Улар илаһтарына Раббы нимәнән ерәнә һәм күрә алмай, шуларҙы эшләй: хатта үҙҙәренең улдарын һәм ҡыҙҙарын, илаһтарына ҡорбан итеп, утта яндыралар.
Арағыҙҙа улын йәки ҡыҙын утта яндырып ҡорбан итеүсе, сихырсы, күрәҙәсе, тылсымсы,
Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ергә ингәс, ундағы ҡәүемдәрҙең ерәнгес ҡылыҡтарын өйрәнмәгеҙ.
Артабан сик Бен-Һинном үҙәне буйлап күтәрелә лә Йевустың, йәғни Йәрүсәлимдең көньяҡ битләүенән үтеп, Һинном үҙәненең көнбайышында һәм Рефалар үҙәненән төньяҡтараҡ ятҡан тауҙың башына күтәрелә.
Исраилдар Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла, бәғелдәргә табына башланы.
Улар, Раббыны ташлап, Бәғел һәм Ғаштареҫ боттарына табына башланылар.