Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 28:27 - Изге Яҙма

27 Ахаз үлеп, ата-бабалары хозурына күсә һәм уны Йәрүсәлим ҡалаһында дәфен ҡылалар, тик Исраил батшалары төрбәһенә ҡуймайҙар. Уның урынына улы Хизкияһ батша була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 28:27
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ахаз үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ата-бабалары янында ерләнде. Уның урынына улы Хизкияһ батша булды.


Һошеяғ Эла улының Исраилға батшалыҡ итеүенең өсөнсө йылында Йәһүҙә тәхетенә Ахаз улы Хизкияһ ултырҙы.


Уның бер туғандары – Ғазаръяһ, Йехиил, Зәкәрьяһ, Азаръяһ, Михаил, Шефатъяһ. Улар һәммәһе Исраил батшаһы Йеһошафаттың улдары була.


Утыҙ ике йәшендә тәхеткә ултырған Йеһорам Йәрүсәлимдә һигеҙ йыл батшалыҡ итә, ул мәрхүм булғас, илаусы-һыҡтаусы табылмай. Уны Дауыт ҡалаһында дәфен ҡылһалар ҙа, батшалар төрбәһенә ҡуймайҙар.


Арамиҙар уны ауыр яралы хәлдә ҡалдырып китә, әммә ярандары, Йеһоядағ ҡаһиндың улының ҡанын түккән өсөн, уны ятҡан түшәгендә үлтерә. Йоаш шулай үлә. Уны Дауыт ҡалаһында ерләйҙәр, әммә батшалар зыяратына ҡуймайҙар.


Ғуззияһ үлеп, ата-бабаларына ҡушыла һәм уны батша төрбәләре эргәһендә, батшаларҙыҡы булған ҡырҙа ата-бабалары янында ерләйҙәр, сөнки уны, ул махаулы, тиҙәр. Уның урынына улы Йоҫам батша була.


Тәхеткә ултырғанда Хизкияһҡа егерме биш йәш була. Ул Йәрүсәлимдә егерме туғыҙ йыл батшалыҡ итә. Әсәһе – Авияһ Зәкәрьяһ ҡыҙы була.


Менашше үлеп, ата-бабалары хозурына күсә һәм үҙ һарайында дәфен ҡылына. Уның урынына улы Амон тәхеткә ултыра.


Иманлының иҫтәлеге мөбәрәк булыр, яуыздың исеме тиҙ онотолор.


Ахаз батша үлгән йылды шундай әүлиәлек булды:


Шуға күрә Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Мин: „Ғаиләң һәм атаң нәҫеле Миңә мәңге хеҙмәт итәсәк“, – тигәйнем. Әммә хәҙер Раббы: „Юҡ, улай булмаясаҡ“, – тип белдерә. Мине хөрмәт иткәндәрҙе Мин дә хөрмәт итәм, ә Мине һанламаусылар хурлыҡҡа төшөрөләсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ