21 Ахаз Раббы ҡорамында, үҙ һарайында һәм түрәләрҙә булған хазиналарҙы алып Ашшур батшаһына бирә, әммә бының файҙаһы теймәй.
Мысыр батшаһы Шишаҡ Йәрүсәлимде яулап ала. Шунан һуң ул Раббы ҡорамындағы, батша һарайындағы хазиналарҙы талай, бөтә нәмәне, шул иҫәптән Сөләймән эшләткән алтын ҡалҡандарҙы ла алып китә.
Аса, Раббы ҡорамында һәм батша һарайы хазинаһында булған алтын-көмөштө ала ла Дамаскта йәшәгән Арам батшаһы Бен-Һададҡа ебәрә. Уға былай тип әйтергә ҡуша:
Уйламай нәҙер әйтеү, әйткәндән һуң икеләнеп йөрөү – кешенең үҙ-үҙенә ҡорған тоҙаҡ.
Афәт көнөндә ышанысһыҙ кешегә өмөтләнеү серек теш, сатан аяҡҡа өмөт бағлау һымаҡ.
Ниңә унда-бында сабыулайһың, Юлыңды туҡтауһыҙ үҙгәртәһең? Ашшур һине нисек оятҡа ҡалдырған, Мысыр ҙа шулай хурлыҡҡа төшөрөр.
Әфраим – үҙенең сирен, Йәһүҙә эренле шешен күргәс, Әфраим Ашшурға юл тотто – Бөйөк батшаға илселәр ебәрҙе. Әммә был батша һеҙҙе шифалай алмаҫ, Эренле шешегеҙҙән дауаламаҫ.