Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 28:13 - Изге Яҙма

13 уларға былай ти: – Әсирҙәрҙе бында алып килмәгеҙ, юғиһә Раббы алдында гонаһҡа батырбыҙ. Булған гонаһтарыбыҙ һәм енәйәттәребеҙгә яңыларын өҫтәргә уйлайһығыҙмы? Ғәйебебеҙ былай ҙа үтә ҙур, Раббы былай ҙа Исраилға асыулы!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 28:13
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар ата-бабаларының Аллаһы Раббының ҡорамын ташлап, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларға һәм боттарға табынырға тотона. Уларҙың был гонаһы арҡаһында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә Алланың асыуы төшә.


Әфраимдарҙан ҡайһы бер түрәләр – Ғазаръяһ Йеһоханан улы, Бәрәхъяһ Мешиллемоҫ улы, Йехизкияһ Шаллум улы һәм Ғамаса Хадлай улы яуҙан ҡайтып килеүселәрҙең ҡаршыһына сыға ла


Яугирҙәр әсирҙәрҙе һәм яумалды хәрби түрәләр һәм йыйылған халыҡҡа ҡалдыра.


Эй гонаһлылар быуыны, атайҙарығыҙға оҡшап, хәҙер һеҙ Раббының Исраилға асыуын тағы ла нығыраҡ ҡабартаһығыҙ.


Йә, әйҙәгеҙ, ата-бабаларығыҙ башлағанды тамамлап ҡуйығыҙ!


Шулай итеп, тәҡүә Һабил ҡанынан алып, һеҙ ҡорбан усағы менән Изге йорт араһында үлтергән Бәрәхъяһ улы Зәкәрьяһтың ҡанына тиклем, ер йөҙөндә түгелгән бөтә тәҡүә кешеләрҙең ҡаны һеҙҙең башығыҙға төшәсәк.


Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында, Алланың ғәҙел хөкөмө асыҡланған асыу көнөндә башыңа төшәсәк нәфрәтте йыяһың.


Ғилғәдкә – Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы эргәһенә килгәс, илселәр былай тине:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ