5 Ул Ғаммон батшаһы менән һуғыша һәм уны еңә. Ул йылды ғаммондар уға йөҙ талант көмөш һәм ун меңешәр кор бойҙай менән арпа бирә. Ғаммондар бындай яһаҡты икенсе йылына ла, өсөнсө йылына ла бирә.
Күпмелер ваҡыттан һуң моавтар менән ғаммондар, йәнә лә Мағон иленән ҡайһы берәүҙәр уларға ҡушылып, Йеһошафатҡа ҡаршы яу аса.
Ғаммондар Ғуззияһҡа яһаҡ түләп тора. Уның даны Мысыр сиктәренә тиклем тарала, сөнки ул шундай көсәйеп китә.
Бынан тыш ул Йәһүҙә тауҙарында ҡалалар, урмандарҙа ҡәлғәләр һәм манаралар һалдыра.
Йоҫам Аллаһы Раббы юлынан йөрөгәнгә күрә шулай ҡеүәтле булып китә.