2 Йоҫам, атаһы Ғуззияһ кеүек үк, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла, тик, унан айырмалы, Раббы ҡорамына инмәй. Халыҡ иһә һаман боҙоҡ эштәрен дауам итә.
Ғуззияһ, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылып, һәр йәһәттән атаһы Амасъяһты ҡабатлай.
Тәхеткә ултырғанда Ахазға егерме йәш була. Ул Йәрүсәлимдә ун алты йыл батшалыҡ итә. Ахаз боронғо бабаһы Дауыт батша кеүек булмай, Раббы күҙендә дөрөҫ булмаған ғәмәлдәр ҡыла.
Шул саҡ Раббы Мусаға: – Тиҙ бул, тау башынан төш, – тине. – Һинең Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың боҙолдо.
Гонаһ ҡылған ҡәүемгә, Енәйәттәре ауыр халыҡҡа, Яуыздар тоҡомона, Боҙоҡ балаларға ҡайғы! Улар Раббыны ташланы, Исраилдың Изгеһен һанға һуҡманы, Уға арҡалары менән боролдо.
Халыҡ уларҙы хөрмәт итһә лә, уларға ҡушылырға баҙнат итеүсе булманы.