9 Бынан тыш, Ғуззияһ Йәрүсәлимдәге Мөйөш ҡапҡаһы, Үҙән ҡапҡаһы башына һәм диуарҙың мөйөшөндә манаралар төҙөп, уларҙы нығыттыра.
Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһты – Ахазъяһтан тыуған Йоаштың улын – Бейт-Шәмәштә әсиргә алды. Шунан Йеһоаш Йәрүсәлимгә барып, ҡала диуарының Әфраим ҡапҡаһынан алып Мөйөш ҡапҡаһына тиклемге дүрт йөҙ терһәк оҙонлоғондағы араһын емертте.
Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһты – Йеһоахаздан тыуған Йоаштың улын – Бейт-Шәмәштә әсиргә ала ла уны Йәрүсәлимгә килтерә һәм ҡала диуарының Әфраим ҡапҡаһынан алып Мөйөш ҡапҡаһына тиклемге дүрт йөҙ терһәк оҙонлоғондағы араһын емертә.
Төндә мин Үҙән ҡапҡаһы аша Аждаһа шишмәһе эргәһенән Тиреҫ ҡапҡаһы янына килдем. Йәрүсәлимдең емерек диуарҙарын, уның яндырылған ҡапҡаларын ҡарап сыҡтым.
үҙәндән китеп, күтәрелдем дә төн ҡараңғылығында диуарҙарҙы ҡарап йөрөнөм һәм Үҙән ҡапҡаһы аша кире ҡалаға әйләнеп ҡайттым.
Үҙән ҡапҡаһын Заноах кешеләре менән Ханун төҙәтте: улар ҡапҡаны төҙөп, ишектәрен ҡуйып, йоҙаҡ менән арҡыры бик эшләп ҡуйҙы, өҫтәүенә Тиреҫ ҡапҡаһына тиклем мең терһәк оҙонлоғонда диуарҙы ла йүнәтте.
Хенадад улы Биннуй Ғазаръяһ йортонан алып мөйөшкә, боролған ергә тиклемге урынды төҙөкләндерҙе.
Ә мөйөштәге юғары бүлмәнән башлап Һарыҡ ҡапҡаһына тиклемге урынды көмөшсөләр менән сауҙагәрҙәр йүнәтте.
– Бына, шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Йәрүсәлим ҡалаһы Хананил манараһынан башлап Мөйөш ҡапҡаһына тиклем Минең өсөн яңынан төҙөлөр.
Тотош ил, Гевағтан Йәрүсәлимдең көньяғындағы Риммонға тиклем, Ғарава тигеҙлеге кеүек булыр. Әммә Йәрүсәлим Бинйәмин ҡапҡаһынан элекке ҡапҡа – Мөйөш ҡапҡаһына, Хананил манараһынан батшаның йөҙөм һыҡҡыс соҡорҙарына тиклем үҙенең урынында ҡалҡыу булып торор.