3 Тәхеткә ултырғанда Ғуззияһҡа ун алты йәш була. Ул Йәрүсәлимдә илле ике йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Йехольяһ Йәрүсәлимдән була.
Ул, атаһы үлеп ата-бабалары хозурына күскәс, Элаҫ ҡалаһын Йәһүҙәгә ҡайтара һәм ҡайтанан ҡора.
Ғуззияһ, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылып, һәр йәһәттән атаһы Амасъяһты ҡабатлай.
Йәһүҙә батшалары Ғуззияһ, Йоҫам, Ахаз һәм Хизкияһ замандарында Амус улы Ишағыяһҡа Йәһүҙә менән Йәрүсәлим тураһында иңдерелгән күренмеш.
Ғуззияһ батша вафат булған йылды мин юғарыла, бейек тәхеттә ултырған Раббы Хакимды күрҙем; Уның кейеменең итәге тотош ҡорамды тултырғайны.
Йәһүҙәлә Ғуззияһ, Йоҫам, Ахаз, Хизкияһ батшалар, Исраилда Йеһоаш улы Яровғам батша хакимлыҡ иткән йылдарҙа Беери улы Һошеяғҡа Раббы һүҙе булды.
Теҡоғала һарыҡ үрсетеүселәрҙең береһе булған Ғамостың һүҙҙәре. Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ һәм Исраил батшаһы Йеһоаш улы Яровғам хакимлыҡ иткән осорҙа, ер тетрәрҙән ике йыл алда, Ғамосҡа Исраил тураһында күренмеш булды.
Ярылған тауҙың уртаһындағы үҙән буйлап ҡасырһығыҙ, сөнки үҙән Азалға тиклем һуҙылыр. Һеҙ Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ заманында булған ер тетрәүҙән ҡасҡан шикелле йүгерерһегеҙ. Ул көндө Раббы, Аллам минең, Үҙенең бөтә изгеләре менән бергә килер.