23 Ғуззияһ үлеп, ата-бабаларына ҡушыла һәм уны батша төрбәләре эргәһендә, батшаларҙыҡы булған ҡырҙа ата-бабалары янында ерләйҙәр, сөнки уны, ул махаулы, тиҙәр. Уның урынына улы Йоҫам батша була.
Утыҙ ике йәшендә тәхеткә ултырған Йеһорам Йәрүсәлимдә һигеҙ йыл батшалыҡ итә, ул мәрхүм булғас, илаусы-һыҡтаусы табылмай. Уны Дауыт ҡалаһында дәфен ҡылһалар ҙа, батшалар төрбәһенә ҡуймайҙар.
Улар Ғуззияһ батшаның юлына арҡыры төшөп: – Эй Ғуззияһ! Раббыға хуш еҫ төтәтеү һинең эшең түгел. Был Һарун нәҫеленән булған, төтәтергә бағышлау алған ҡаһиндарҙың эше. Изге торлаҡтан сыҡ, Раббыға ҡаршы енәйәт ҡылаһың бит, был һиңә Алла Раббынан шөһрәт килтермәҫ, – тиҙәр.
Тәхеткә ултырғанында Йоҫам егерме биш йәштә булып, Йәрүсәлимдә ун алты йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Йеруша – Садоҡ ҡыҙы була.
Ахаз үлеп, ата-бабалары хозурына күсә һәм уны Йәрүсәлим ҡалаһында дәфен ҡылалар, тик Исраил батшалары төрбәһенә ҡуймайҙар. Уның урынына улы Хизкияһ батша була.
Менашше үлеп, ата-бабалары хозурына күсә һәм үҙ һарайында дәфен ҡылына. Уның урынына улы Амон тәхеткә ултыра.
Ғуззияһ батша вафат булған йылды мин юғарыла, бейек тәхеттә ултырған Раббы Хакимды күрҙем; Уның кейеменең итәге тотош ҡорамды тултырғайны.