22 Ғуззияһтың башҡа ғәмәлдәрен, башынан аҙағынаса, Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр яҙып ҡалдырған.
Батша һарайы башлығы Әлъяҡимды, кәтип Шевнаны, өлкән ҡаһиндарҙы Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәргә ебәрҙе. Барыһы ла ҡыл туҡымаға уранғайны.
Рехавғамдың ҡылған ғәмәлдәре баштан алып аҙағына тиклем Шемағъяһ пәйғәмбәр менән Ғиддо әүлиәнең нәҫел шәжәрәләре индерелгән тарих китаптарында хикәйәләнә. Рехавғам менән Яровғам араһында туҡтауһыҙ һуғыш бара.
Амасъяһтың башҡа ғәмәлдәре тураһында башынан аҙағынаса Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабында яҙылған.
Ғуззияһ үлеп, ата-бабаларына ҡушыла һәм уны батша төрбәләре эргәһендә, батшаларҙыҡы булған ҡырҙа ата-бабалары янында ерләйҙәр, сөнки уны, ул махаулы, тиҙәр. Уның урынына улы Йоҫам батша була.
Хизкияһтың башҡа ғәмәлдәре, яҡшы эштәре тураһында Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабындағы Амус улы пәйғәмбәр Ишағыяһҡа иңгән күренмештә бәйән ителгән.
Сөләймән батшалыҡ иткән замандарҙа булған башҡа хәлдәр, тәүгеһенән алып һуңғыһына тиклем, Наҫан пәйғәмбәр яҙмаларында, Шило Ахияһының күрәҙәләре һәм Ғиддо әүлиәнең Неват улы Яровғамға ҡағылышлы күренмештәре теркәлгән яҙмаларҙа һүрәтләнә.
Йәһүҙә батшалары Ғуззияһ, Йоҫам, Ахаз һәм Хизкияһ замандарында Амус улы Ишағыяһҡа Йәһүҙә менән Йәрүсәлим тураһында иңдерелгән күренмеш.
Ғуззияһ батша вафат булған йылды мин юғарыла, бейек тәхеттә ултырған Раббы Хакимды күрҙем; Уның кейеменең итәге тотош ҡорамды тултырғайны.