21 Ғуззияһ батша ғүмеренең аҙағына тиклем махау ауырыулы була һәм үлгәнсе айырым өйҙә йәшәй. Раббы ҡорамына инеү уға ҡырҡа тыйыла. Батша һарайына һәм ил халҡына улы Йоҫам етәкселек итә.
Был мәлдә ҡала ҡапҡаһы эргәһендә махау ауырыулы дүрт кеше ултыра ине. Улар бер-береһенә: – Нимә тип беҙ бында үлем көтөп ултырабыҙ?
Баш ҡаһин Ғазаръяһ менән башҡа ҡаһиндар уға ҡараһа, маңлайында – махау! Улар батшаны тышҡа алып сығырға ашыға, хәйер, ул үҙе лә сығып китеү яғын ҡарай, сөнки уға Раббы язаһы төшкән була.
Тәхеткә ултырғанында Йоҫам егерме биш йәштә булып, Йәрүсәлимдә ун алты йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Йеруша – Садоҡ ҡыҙы була.
Ауырыуы бөткәнгә тиклем был кеше нәжес һаналыр. Ул тупламдан ситтә, башҡаларҙан айырым йәшәһен.
Таҙарыныусы кеше кейемен йыуһын, үҙен тотош ҡырһын, йыуынһын һәм таҙа һаналыр. Шунан тупламға ҡайтһын, әммә ете көн буйы сатырының тышында йәшәһен.
Мирйәм ете көн буйы тупламдан ситтә булды. Ул әйләнеп ҡайтҡанға тиклем, халыҡ юлға сыҡманы.
Исраилдар шулай итте, ундайҙарҙы тупламдарынан сығарып ебәрҙе. Раббы Мусаға нисек ҡушһа, исраилдар шулай эшләне.