Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 26:20 - Изге Яҙма

20 Баш ҡаһин Ғазаръяһ менән башҡа ҡаһиндар уға ҡараһа, маңлайында – махау! Улар батшаны тышҡа алып сығырға ашыға, хәйер, ул үҙе лә сығып китеү яғын ҡарай, сөнки уға Раббы язаһы төшкән була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 26:20
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡулына төтәҫләгес алған Ғуззияһ быға бик ныҡ асыулана. Әммә уның ҡаһиндарға асыуланыуы була, Раббы ҡорамында, ҡаһиндар алдында, хуш еҫ төтәтеү усағы янында торғанында, маңлайына махау ауырыуы сыға.


Ғуззияһ батша ғүмеренең аҙағына тиклем махау ауырыулы була һәм үлгәнсе айырым өйҙә йәшәй. Раббы ҡорамына инеү уға ҡырҡа тыйыла. Батша һарайына һәм ил халҡына улы Йоҫам етәкселек итә.


Буккий – Авишуағ, Авишуағ – Пинхас, Пинхас – Әлғазарҙың улы. Әлғазар – баш ҡаһин Һарундың улы.


Мордехай аҙаҡтан батша ҡапҡаһы төбөнә әйләнеп килде, ә Һаман, оятынан башын ҡаплап, өйөнә ашыҡты.


Ҡаһин уны ҡараһын һәм кешенең тиреһе ағарып шешкән, төктәре ағарған һәм шешектәге яра сеп-сей ит икән,


– Мин һеҙгә биләмә итеп бирәсәк Ҡәнғән еренә ингәс, өйҙәрегеҙҙең береһенә тарала торған үңәҙ ебәрһәм,


Раббы һеҙҙе һулытып киптерер, биҙгәк, тапма тотор, шеш сығыр. Ул һеҙгә ҡоролоҡ, көйҙөргөс ел, бәшмәк ауырыуҙары ебәрер. Улар һеҙҙе ҡырылып бөткәнегеҙгә тиклем эҙәрләр.


Ботоғоҙҙо, тубығығыҙҙы сиҡан баҫыр. Унан дауалана алмаҫһығыҙ: ул башығыҙҙан алып табанығыҙға тиклем ҡаплап алыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ