2 Ул, атаһы үлеп ата-бабалары хозурына күскәс, Элаҫ ҡалаһын Йәһүҙәгә ҡайтара һәм ҡайтанан ҡора.
Атаһы Амасъяһ үлеп ата-бабалары хозурына күскәндән һуң, Ғазаръяһ Элаҫ ҡалаһын ҡабаттан Йәһүҙәгә ҡайтарҙы һәм яңынан төҙөнө.
Шул осорҙа Арам батшаһы Ресин Элаҫты яңынан яулап алды һәм унан Йәһүҙә халҡын ҡыуып ебәрҙе. Элаҫҡа Эдом халҡы күсеп килде һәм ҡабат төйәкләнде. Улар әле лә шунда йәшәй.
Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһты – Йеһоахаздан тыуған Йоаштың улын – Бейт-Шәмәштә әсиргә ала ла уны Йәрүсәлимгә килтерә һәм ҡала диуарының Әфраим ҡапҡаһынан алып Мөйөш ҡапҡаһына тиклемге дүрт йөҙ терһәк оҙонлоғондағы араһын емертә.
Амасъяһтың мәйетен атта алып ҡайтып, Йәһүҙә ҡалаһында ата-бабалары янына ерләйҙәр.
Шунан һуң Йәһүҙә халҡы ун алты йәшлек Ғуззияһты атаһы Амасъяһ урынына батша итеп ҡуя.
Тәхеткә ултырғанда Ғуззияһҡа ун алты йәш була. Ул Йәрүсәлимдә илле ике йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Йехольяһ Йәрүсәлимдән була.
Шунан Сөләймән диңгеҙ буйына, Эдом ерендәге Ғәсйон-Ғәвәр һәм Элаҫ ҡалаларына юл тота.