19 Ҡулына төтәҫләгес алған Ғуззияһ быға бик ныҡ асыулана. Әммә уның ҡаһиндарға асыуланыуы була, Раббы ҡорамында, ҡаһиндар алдында, хуш еҫ төтәтеү усағы янында торғанында, маңлайына махау ауырыуы сыға.
Дамасктан ҡайтҡас, батша ҡорбан усағын күрергә килде, эргәһенә килеп, өҫтөнә менде һәм унда ҡорбан ғәмәле ҡылды.
Аса әүлиәгә бик ныҡ асыулана һәм, ярһып, уны зинданға яптыра. Шул осорҙа ул ҡайһы бер башҡа кешеләрҙе лә ҡыйырһыта.
– Һине батша кәңәшсеһе итеп ҡуйҙылармы әллә? – тип бүлдерә батша пәйғәмбәрҙе. – Ауыҙыңды яп! Юғиһә йәнең менән хушлашасаҡһың! Пәйғәмбәр уға: – Ошо эшең һәм минең кәңәшемә ҡолаҡ һалмағаның өсөн Алланың һине һәләк итергә ҡарар ҡылғанын беләм, – ти ҙә башҡа өндәшмәй.
Баш ҡаһин Ғазаръяһ менән башҡа ҡаһиндар уға ҡараһа, маңлайында – махау! Улар батшаны тышҡа алып сығырға ашыға, хәйер, ул үҙе лә сығып китеү яғын ҡарай, сөнки уға Раббы язаһы төшкән була.
Ҡаһин уны ҡараһын һәм кешенең тиреһе ағарып шешкән, төктәре ағарған һәм шешектәге яра сеп-сей ит икән,
Болот сатыр өҫтөнән күтәрелгәс, Мирйәмде, ҡар кеүек булып, махау ауырыуы ҡаплап алғайны. Һарун Мирйәмгә боролғайны, уның махаулы икәнен күрҙе.