Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 26:18 - Изге Яҙма

18 Улар Ғуззияһ батшаның юлына арҡыры төшөп: – Эй Ғуззияһ! Раббыға хуш еҫ төтәтеү һинең эшең түгел. Был Һарун нәҫеленән булған, төтәтергә бағышлау алған ҡаһиндарҙың эше. Изге торлаҡтан сыҡ, Раббыға ҡаршы енәйәт ҡылаһың бит, был һиңә Алла Раббынан шөһрәт килтермәҫ, – тиҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 26:18
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уның ҡаршыһына Ханани улы Йеһу әүлиә сығып, былай ти: – Һиңә ни өсөн иманһыҙға ярҙам итеп, Раббыны күрә алмаусыларҙы ниңә яратырға кәрәк булды? Шул арҡала һиңә Раббының асыуы төшәсәк.


Ата-бабаларының Аллаһы Раббыға хыянат иткән аталарығыҙ һәм туғандарығыҙ кеүек булмағыҙ. Үҙегеҙ күреп торҙоғоҙ, Раббы уларҙы ҡот осҡос ҡаты язаланы.


Ағайың Һарунды, уның улдары Надав, Авиһу, Әлғазар һәм Иҫамарҙы исраилдар араһынан яныңа саҡырып ал. Улар Минең ҡаһиндарым булһын.


«Батша менән батшаның әсәһенә әйт: „Тәхетегеҙҙән аҫҡа төшөп ултырығыҙ, Башығыҙҙан данығыҙҙың тажы төшөп китте“».


Әммә ҡорбан усағы янында һәм пәрҙә артындағы бөтә нәмәгә ҡарата бары тик һин һәм улдарың ғына ҡаһинлыҡ хеҙмәтен атҡарығыҙ. Һеҙгә Мин бүләк итеп ҡаһинлыҡ хеҙмәтен бирәм. Изге урынға һеҙҙән башҡа кем генә яҡынлашһа ла, үлемгә дусар ителһен.


Һарун менән улдарын ҡаһин итеп тәғәйенлә, улар ҡаһинлыҡ вазифаһын еренә еткереп үтәһен. Әгәр ҙә Изге сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителер.


Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм башҡа ҡәүемдәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер.


Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмағандарҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!


Сөнки Яхъя Һирудҡа: «Һиңә уға өйләнергә ярамай», – тигәйне.


Һеҙ бер-берегеҙҙән маҡтау алырға яратаһығыҙ, ә берҙән-бер Алланан маҡтау ҡаҙанырға тырышмайһығыҙ. Шулай булғас, нисек ышана алырһығыҙ?


ул кешене, Раббы көнөндә рухы ҡотҡарылһын тип, тәнен һәләк итеү өсөн Иблискә тапшырырға кәрәк.


Шуға күрә хәҙер беҙ бер кемде лә кеше үлсәме менән үлсәмәйбеҙ. Мәсихкә элек кеше үлсәме менән ҡараһаҡ та, хәҙер инде улай ҡарамайбыҙ.


Ә Кефас Антиохияға килгәс, мин уға асыҡтан-асыҡ ҡаршы сыҡтым, сөнки ул хаҡлы түгел ине.


Бындай хөрмәтле бурысты бер кем дә үҙ теләге менән ала алмай, ул, үҙ ваҡытында Һарун саҡырылған кеүек, был хеҙмәткә Алла тарафынан саҡырыла.


Имандаштарым, шөһрәтле Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә инаныусылар булараҡ, берәүҙәр алдында икенселәрҙе өҫтөн ҡуймағыҙ.


Ғилғәдкә – Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы эргәһенә килгәс, илселәр былай тине:


Шуға күрә Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Мин: „Ғаиләң һәм атаң нәҫеле Миңә мәңге хеҙмәт итәсәк“, – тигәйнем. Әммә хәҙер Раббы: „Юҡ, улай булмаясаҡ“, – тип белдерә. Мине хөрмәт иткәндәрҙе Мин дә хөрмәт итәм, ә Мине һанламаусылар хурлыҡҡа төшөрөләсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ