Улар Ғуззияһ батшаның юлына арҡыры төшөп: – Эй Ғуззияһ! Раббыға хуш еҫ төтәтеү һинең эшең түгел. Был Һарун нәҫеленән булған, төтәтергә бағышлау алған ҡаһиндарҙың эше. Изге торлаҡтан сыҡ, Раббыға ҡаршы енәйәт ҡылаһың бит, был һиңә Алла Раббынан шөһрәт килтермәҫ, – тиҙәр.