Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 26:16 - Изге Яҙма

16 Әммә шулай көсәйгәс, Ғуззияһ үҙ башына була маһайып китә һәм Аллаһы Раббыға ҡаршы енәйәт ҡыла. Ул ҡорбан усағында хуш еҫ төтәтер өсөн Раббы ҡорамына инә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 26:16
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай итеп, ул үҙе тәғәйенләгән ваҡытта – һигеҙенсе айҙың ун бишенсе көнөндә Исраил халҡы өсөн байрам үткәрҙе һәм хуш еҫ төтәтеү өсөн Бейт-Илдә төҙөткән ҡорбан усағына күтәрелде.


Яровғам хуш еҫ төтәтмәк булып ҡорбан усағы янында торған саҡта, бер Алла бәндәһе Раббы ҡушыуы буйынса Йәһүҙәнән Бейт-Илгә килде.


Һин нимә, эдомдарҙы тар-мар иттем, тип эреләнеп киттеңме? Шул еңеүеңә ҡәнәғәт булып, өйөңдә генә ултыр. Нишләп бәлә саҡыраһың? Үҙең дә, һинең менән бергә Йәһүҙә лә тар-мар ителәсәк бит».


Раббы Ғазаръяһты язалап, махау сиренә дусар итте. Ғүмеренең аҙағына тиклем батша махау ауырыулы булды һәм үлгәнсе айырым өйҙә йәшәне. Батша һарайына һәм ил халҡына улы Йоҫам етәкселек итте.


Батшалығы көсәйеп, үҙе тәхеттә нығынып киткәс, Рехавғам һәм уның менән бергә бөтә Исраил халҡы Раббы ҡанунын ташлай.


Һин нимә, эдомдарҙы тар-мар иттем, тип эреләнеп киттеңме? Шул еңеүеңә ҡәнәғәт булып, өйөңдә генә ултыр. Нишләп бәлә саҡыраһың? Үҙең дә, һинең менән бергә Йәһүҙә лә тар-мар ителәсәк бит».


Тағы ла ул Йәрүсәлимдә бик оҫта итеп уйланған ҡулайламалар эшләтә, улар манараларға һәм мөйөштәргә ҡуйылып, уҡтар һәм ҙур таштар яуҙырыу өсөн тәғәйенләнгән була. Хикмәтле ярҙам алған өсөн ул ҡеүәтле булып китә, даны алыҫтарға тарала.


Йоҫам, атаһы Ғуззияһ кеүек үк, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла, тик, унан айырмалы, Раббы ҡорамына инмәй. Халыҡ иһә һаман боҙоҡ эштәрен дауам итә.


Әммә Хизкияһ үҙенә төшкән изгелектең хаҡын ҡайтармай, сөнки йөрәген маһайыу биләп алған була. Шунлыҡтан уға, Йәһүҙәгә һәм Йәрүсәлимгә Раббының асыуы төшә.


Тәкәбберлек артынан һәләкәт килә, маһайыуҙың һуңы иһә – хурлыҡ.


Был ғәскәр еңелгәндән һуң, көньяҡ батша һауаланып китер. Ул тиҫтәләрсә мең яугирҙе юҡ итер, ләкин уңыштары оҙаҡҡа бармаҫ,


Кәзә тәкәһе шул тиклем көсләнде, көс-ҡеүәте хаттин ашты – шул саҡ уның ҙур мөгөҙө һынды ла уның урынына ер йөҙөнөң дүрт яғына ҡарап торған дүрт мөгөҙ үҫеп сыҡты.


Ҡара, был әҙәм һауалы, ниәте яҡшы түгел; Ә тәҡүә кеше тоғро булыуы арҡаһында йәшәр.


Леви улы Ҡыһаҫтан тыуған Исһарҙың улы Ҡорах һәм Рәүвән нәҫеленән Әлиав улдары Даҫан менән Авирам, Пәләҫ улы Он


Һәр кем үҙенең төтәҫләгесенә ҡуҙ, өҫтөнә хуш еҫле матдәләр һалды, шунан Осрашыу сатыры алдына килеп баҫты. Муса менән Һарун да килде.


Раббының хозурынан ут сығып, хуш еҫле матдәләр килтергән теге ике йөҙ илле ирҙе лә һәләк итте.


иртәгә шуға ҡуҙ, ҡуҙ өҫтөнә Раббы хозурында хуш еҫле матдәләр һалығыҙ. Раббы кемде һайлаһа, шул изге булыр. Етер һеҙгә, Леви улдары!


Кемде һайлаһам, шуның таяғы сәскә атыр. Мин Исраил халҡының һеҙгә һуҡраныуын шулай туҡтатырмын.


ҡара уны, йөрәгең тәкәбберләнеп, Раббыны, һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаңды, онота күрмә.


«Был байлыҡты үҙ тырышлығым һәм ҡул көсөм менән таптым», – тип уйлама.


Яһалма тыйнаҡлыҡтан һәм фәрештәләргә табыныуҙан ләззәт табыусы кешеләрҙең береһе лә һеҙҙе бүләк алыу хоҡуғынан мәхрүм итмәһен. Ундай кеше үҙе күргәндәр менән ғорурлана, кешелек аҡылының буш уйҙары уны маһайыусан итә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ