Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 26:13 - Изге Яҙма

13 Улар ҡулы аҫтында өс йөҙ ете мең биш йөҙ ҡаһарман яугир булып, улар батшаға фиҙаҡәр рәүештә ярҙам итергә, дошманға ҡаршы һуғышҡа инергә әҙер тора.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 26:13
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәрүсәлимгә ҡайтҡас, Рехавғам Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙарынан йөҙ һикһән мең һайланма яугир туплай. Улар Исраилға яу менән барырға һәм Рехавғамға батшалыҡты ҡайтарып бирергә тейеш була.


Батшалығы көсәйеп, үҙе тәхеттә нығынып киткәс, Рехавғам һәм уның менән бергә бөтә Исраил халҡы Раббы ҡанунын ташлай.


Авияһ һайланма батырҙарҙан торған дүрт йөҙ мең кешелек ғәскәрен һуғышҡа индерә, ә Яровғам уға ҡаршы һигеҙ йөҙ мең һайланма яугирен сығара.


Аса йәһүҙиҙәргә былай ти: – Әйҙәгеҙ, ҡалаларҙы төҙөйөк, уларҙы диуарҙар менән уратайыҡ, күҙәтеү манаралары, арҡыры биктәр менән бикләнә торған ҡапҡалар эшләйек. Бар күңелдән Аллабыҙ Раббыға ынтылғанға күрә, ил әле үҙебеҙҙеке. Беҙ Уға ынтылабыҙ, ә Ул беҙгә һәр яҡлап тыныс тормош бирә. Шулай итеп, Йәһүҙә халҡы ҡалаларын төҙөкләндерә, эштәре уң була.


Асаның Йәһүҙә ырыуынан ҡалҡан һәм һөңгө менән ҡоралланған өс йөҙ меңлек, Бинйәмин ырыуынан ҡалҡанлы һәм уҡ-һаҙаҡлы ике йөҙ һикһән меңлек ғәскәре булып, уларҙың барыһы ла ҡаһарман яугир була.


Амасъяһ Йәһүҙә халҡын йыя һәм, уларҙы ғаиләләре буйынса бүлеп, һәр төркөмгә Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙарынан мең баштары һәм йөҙ баштары тәғәйенләй. Йәше егерме һәм егерменән уҙған ир-егеттәрҙе иҫәпкә алғандан һуң, һуғышҡа яраҡлы, һөңгө һәм ҡалҡан тоторлоҡ өс йөҙ мең кеше булыуы асыҡлана.


Был батыр яугирҙәргә ике мең алты йөҙ нәҫел башлыҡтары етәкселек итә.


Ғуззияһ бөтә ошо ғәскәре өсөн ҡалҡандар һәм һөңгөләр, торҡа һәм һарайталар, уҡ-һаҙаҡ һәм һапҡы таштары әҙерләтә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ