11 Ғуззияһтың төркөмдәргә бүленгән, һуғышҡа әҙер, өйрәтелгән ғәскәре була. Яугирҙәрҙе батша түрәләренең береһе Хананъяһтың ҡулы аҫтында кәтип Йеғиил менән мөдир Мағасеяһ исемлеккә теркәгән була.
Бер мәл арамиҙар Исраилға барымта менән барғанда, бәләкәй генә ҡыҙҙы әсиргә алғайны. Уны Нағамандың ҡатынына хеҙмәтселеккә бирҙеләр.
Ул сүллектә манаралар төҙөтә, бихисап көтөүҙәре өсөн күпләп һыу соҡорҙары эшләтә. Ер эшенә күңеле ятҡанға күрә, Шефелала һәм тигеҙлектә игенселәре, тауҙарҙа һәм баҡсаларҙа йөҙөм үҫтереүселәре була.
Был батыр яугирҙәргә ике мең алты йөҙ нәҫел башлыҡтары етәкселек итә.