1 Шунан һуң Йәһүҙә халҡы ун алты йәшлек Ғуззияһты атаһы Амасъяһ урынына батша итеп ҡуя.
Йеһоаш Йеһоахаз улының Исраилда батшалыҡ итеүенең икенсе йылында Йәһүҙә тәхетенә Амасъяһ Йоаш улы ултырҙы.
Йәһүҙә халҡы Амасъяһ урынына уның ун алты йәшлек улы Ғазаръяһты тәхеткә ултыртты.
Йоаштың улы – Амасъяһ, Амасъяһтың улы – Ғазаръяһ, Ғазаръяһтың улы – Йоҫам,
Ғәрәптәр менән бергә йәһүҙиҙәр тупламына һөжүм иткән баҫҡынсылар Йеһорамдың өлкән улдарын үлтереп киткән була. Шул сәбәпле Йәрүсәлим халҡы Йеһорам урынына уның кинйә улы Ахазъяһты батша итеп ҡуя. Шулай итеп, Йәһүҙә тәхетенә Йеһорам улы Ахазъяһ ултыра.
Амасъяһтың мәйетен атта алып ҡайтып, Йәһүҙә ҡалаһында ата-бабалары янына ерләйҙәр.
Ул, атаһы үлеп ата-бабалары хозурына күскәс, Элаҫ ҡалаһын Йәһүҙәгә ҡайтара һәм ҡайтанан ҡора.
Ил халҡы Амонға ҡаршы фетнә ойошторғандарҙың барыһын да ҡырып, улы Йошияһты батша итеп ҡуя.
Йәһүҙә батшалары Ғуззияһ, Йоҫам, Ахаз һәм Хизкияһ замандарында Амус улы Ишағыяһҡа Йәһүҙә менән Йәрүсәлим тураһында иңдерелгән күренмеш.
Йәһүҙәлә Ғуззияһ, Йоҫам, Ахаз, Хизкияһ батшалар, Исраилда Йеһоаш улы Яровғам батша хакимлыҡ иткән йылдарҙа Беери улы Һошеяғҡа Раббы һүҙе булды.
Теҡоғала һарыҡ үрсетеүселәрҙең береһе булған Ғамостың һүҙҙәре. Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ һәм Исраил батшаһы Йеһоаш улы Яровғам хакимлыҡ иткән осорҙа, ер тетрәрҙән ике йыл алда, Ғамосҡа Исраил тураһында күренмеш булды.