7 Әммә бер Алла бәндәһе, уға килеп, былай ти: – Эй батша! Исраил ғәскәре һинең менән бармаһын, сөнки Раббы исраилдар менән, бөтә был әфраимдар менән түгел.
Раббы Наҫан пәйғәмбәрҙе Дауытҡа ебәрҙе. Наҫан, уның янына килеп, былай тине: – Бер ҡалала ике кеше йәшәгән: береһе бай, икенсеһе фәҡир булған.
Ярандары менән кәңәшләшкәндән һуң, Яровғам алтындан ике үгеҙ башмаҡ һыны ҡойҙорҙо һәм халыҡҡа: – Бүтәнсә ғибәҙәт ҡылыр өсөн Йәрүсәлимгә йөрөүҙең кәрәге юҡ, – тип иғлан итте. – Эй Исраил, һине Мысыр еренән алып сыҡҡан аллалар бына ошо.
Яровғам хуш еҫ төтәтмәк булып ҡорбан усағы янында торған саҡта, бер Алла бәндәһе Раббы ҡушыуы буйынса Йәһүҙәнән Бейт-Илгә килде.
Бер мәл ҡатын иренә: – Мин беләм, беҙгә йыш ҡына килеп йөрөгән был кеше изге бер Алла бәндәһе ул, – тине. –
Бына, юлбашсыбыҙ Алла беҙҙең менән. Уның ҡаһиндары борғолар ҡысҡыртып һеҙгә ҡаршы һуғышҡа өндәргә әҙер тора. Исраилдар! Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббыға ҡаршы һуғышмағыҙ, барыбер уңышҡа ирешә алмаҫһығыҙ!
Уның ҡаршыһына Ханани улы Йеһу әүлиә сығып, былай ти: – Һиңә ни өсөн иманһыҙға ярҙам итеп, Раббыны күрә алмаусыларҙы ниңә яратырға кәрәк булды? Шул арҡала һиңә Раббының асыуы төшәсәк.
Быларҙан тыш батша йөҙ талант көмөшкә Исраилдан йөҙ мең батыр яугир яллай.
Мин Әфраимды күргәндә, Көтөүлек ерендә ултыртылған Йәш хөрмә ағасы кеүек ине. Ә хәҙер Әфраим балаларын Йән ҡыйыусы алдына алып сығырға тейеш».
Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш.
шулай итеп, Алла кешеһе барыһына ла маһир һәм бөтә яҡшы эшкә лә әҙер.