Амасъяһ Йәһүҙә халҡын йыя һәм, уларҙы ғаиләләре буйынса бүлеп, һәр төркөмгә Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙарынан мең баштары һәм йөҙ баштары тәғәйенләй. Йәше егерме һәм егерменән уҙған ир-егеттәрҙе иҫәпкә алғандан һуң, һуғышҡа яраҡлы, һөңгө һәм ҡалҡан тоторлоҡ өс йөҙ мең кеше булыуы асыҡлана.