3 Тәхетендә нығынғас, Амасъяһ атаһы Йоаш батшаны үлтергән ярандарын язалай.
Йеһорам атаһы урынына тәхеткә ултырып, хакимлығын нығытҡандан һуң, бөтә ҡустыларын, шулай уҡ Исраилдың ҡайһы бер түрәләрен ҡылыстан үткәрә.
Әммә уларҙың балаларына ҡағылмай, сөнки Муса китабындағы ҡанунда Раббы былай тип бойора: «Аталар балаларының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, балалар аталарының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, һәр кем үҙ гонаһы өсөн үҙе үлемгә дусар ителһен».
Ил халҡы Амонға ҡаршы фетнә ойошторғандарҙың барыһын да ҡырып, улы Йошияһты батша итеп ҡуя.
Әммә берәйһе икенсе берәүҙе белә-күрә мәкер менән үлтерһә, ул кеше хатта Минең ҡорбан усағым эргәһенән дә алып китеп үлтерелергә тейеш.