22 Йәһүҙә ғәскәре исраилдар тарафынан тар-мар ителә һәм яугирҙәр өйҙәренә ҡасып ҡайтып китә.
Ҡояш байыр алдынан ғәскәр араһында: – Һәр кем үҙ ҡалаһына, үҙ еренә ҡайтһын, – тигән ауаз таралды.
Йеһоаштың башҡа бөтә ғәмәлдәре, ҡылған батырлыҡтары, Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ менән һуғышҡаны тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Бына Исраил батшаһы Йеһоаш яуға сыға һәм Йәһүҙәнең Бейт-Шәмәш ҡалаһында уның менән йөҙмә-йөҙ осраша.
Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһты – Йеһоахаздан тыуған Йоаштың улын – Бейт-Шәмәштә әсиргә ала ла уны Йәрүсәлимгә килтерә һәм ҡала диуарының Әфраим ҡапҡаһынан алып Мөйөш ҡапҡаһына тиклемге дүрт йөҙ терһәк оҙонлоғондағы араһын емертә.
Пелештиҙәр яуға ташланды. Исраилдар еңелде һәм һәр береһе үҙ сатырына ҡасты. Ҡырылыш шул тиклем аяуһыҙ булды: яу яланында исраилдарҙан утыҙ мең йәйәүле ятып ҡалды.