14 Эдомдарҙы ҡыйратҡандан һуң, Амасъяһ үҙе менән Сеғир халҡының илаһтарын алып ҡайта. Ул уларҙы үҙенең аллалары итә, уларға сәждә ҡылып ҡорбандар килтерә.
Был урында пелештиҙәр илаһтарының һындарын ташлап ҡасты, ә Дауыт уларҙы үҙенең кешеләре менән алып китте.
Бынан һуң Амасъяһ Йеһуҙан тыуған Йеһоахаздың улы Йеһоашҡа, Исраил батшаһына: «Әйҙә кил, йөҙмә-йөҙ көс һынашайыҡ», – тип илселәр ебәрҙе.
Ул арала Амасъяһ үҙе менән алмайынса кире бороп ҡайтарған ғәскәр Самариянан Бейт-Хоронға тиклем арала Йәһүҙә ҡалаларына һөжүм итә, өс мең кешене үлтерә, бик күп мөлкәт талап ала.
Амасъяһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла, әммә быны ихлас күңелдән эшләмәй.
Уны еңгән Дамаск аллаларына ҡорбан килтерә: «Арам батшаларының аллалары уларға ярҙам итә лә баһа, мин дә уларға ҡорбан салайым да, улар миңә лә ярҙам итер», – тип өмөтләнә. Әммә был илаһтар Ахаз менән бөтә Исраилдың һәләкәтенә сәбәп була.
Уларҙың илаһтарына баш эймә һәм ғибәҙәт ҡылма, был халыҡтарҙың йолалары буйынса эш итмә. Уларҙың илаһтарын юҡ ит һәм табыныу бағаналарын емер.
Шунан ағасты утын итеп тотона. Кеше уның бер өлөшөн яғып йылына, икмәк бешерә. Икенсеһенән берәй илаһ яһап табына, Үҙе яһаған бот ҡаршыһында Йөҙтүбән ергә ҡаплана.
Арала береһенең дә: «Утындың яртыһын яндырҙым, Ҡуҙында икмәк бешерҙем, ит ҡурып ашаным. Ҡалғанынан ерәнгес бер нәмә яһап, Бер утын ағасына сәждә ҡылайыммы?» – тип уйларға башы етмәй.
Раббы былай ти: «Йәһүҙә енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Раббы ҡанунынан ваз кисеп, Уның ҡағиҙәләрен тотмаған өсөн, Мин уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым. Аталары эйәргән ялған боттар Уларҙың тура юлдан аҙаштырҙы.
Илаһтарының боттарын утта яндырығыҙ. Боттарҙың өҫтөндә булған алтынға ла, көмөшкә лә күҙегеҙ ҡыҙмаһын. Уларҙы алмағыҙ, юғиһә тоҙаҡҡа төшөрһөгөҙ. Сөнки был боттар Аллағыҙ Раббыға ерәнгес.
Уларға былай эшләгеҙ: ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ, табыныу бағаналарын ватығыҙ, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларын ҡырҡып ташлағыҙ, боттарын утта яндырығыҙ.