9 «Алла ҡоло Муса сүлдә саҡта исраилдарға һалған түләүҙе Раббыға алып килегеҙ», – тип бөтә Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә иғлан итәләр.
Бөтә түрәләр һәм халыҡ быға ҡыуана һәм йәшникте тултырғансы килтереп һалып тора.
Батша баш ҡаһин Йеһоядағты саҡырып ала ла былай ти: – Ниңә һин левиҙәрҙән Йәһүҙә һәм Йәрүсәлимдән һалым йыйып алып ҡайтыуҙарын талап итмәйһең? Килешеү сатыры хәжәттәренә тотонола торған был һалымды Раббы ҡоло Муса менән Исраил йәмғиәте билдәләгән.
Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уята. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирә:
– Һин Исраил халҡының иҫәбен алған саҡта, һәр кем үҙе өсөн Раббыға йолом аҡсаһы бирһен. Шул сағында уларға, иҫәпкә алынғанда, бәлә янамаҫ.