8 Батша бойороғо буйынса бер йәшник яһап, Раббы ҡорамының ҡапҡаһы төбөнә, тышҡы яҡҡа ултырталар.
«Алла ҡоло Муса сүлдә саҡта исраилдарға һалған түләүҙе Раббыға алып килегеҙ», – тип бөтә Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә иғлан итәләр.
Ғайса, саҙаҡа һандығы алдында ултырған килеш, халыҡтың аҡса һалыуын күҙәтте. Байҙарҙың күбеһе мул итеп һалды.