Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 24:27 - Изге Яҙма

27 Йоаштың улдары, уға ҡаршы әйтелгән бик күп пәйғәмбәрлек һүҙҙәре, Алла ҡорамын төҙөкләндереүгә ҡағылышлы хикәйәләүҙәр Батшалар китабындағы яҙмаларҙа бирелгән. Йоаш урынына улы Амасъяһ батша булып ултыра.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 24:27
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәһүҙә батшаһы Йоаш үҙенә тиклем булған Йәһүҙә батшалары Йеһошафат, Йеһорам, Ахазъяһ һәм үҙе тарафынан ҡорамға бағышланған барлыҡ изге әйберҙәрҙе, Раббы ҡорамының һәм үҙ һарайының хазина келәттәрендә һаҡланған бөтә алтынды алып, Арам батшаһына ебәрҙе. Бынан һуң Хазаил Йәрүсәлимдән сигенде.


Йоаштың улы – Амасъяһ, Амасъяһтың улы – Ғазаръяһ, Ғазаръяһтың улы – Йоҫам,


Авияһтың башҡа ғәмәлдәре, эш-ҡылыҡтары һәм әйткәндәре Ғиддо пәйғәмбәр яҙмаһында хикәйәләнә.


Асаның бөтә ғәмәлдәре башынан аҙағына тиклем Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабында яҙылған.


Йеһошафаттың башҡа ғәмәлдәре башынан аҙағынаса Ханани улы Йеһу яҙмаларында хикәйәләнгән һәм Исраил батшалары китабына индерелгән.


Батша менән Йеһоядағ йыйылған көмөштө Раббы ҡорамында эш башҡарыусыларға илтеп тора, ә улар Раббы ҡорамын яңыртыу өсөн ташсылар менән балта оҫталарын, Раббы ҡорамын йүнәтеү өсөн тимерселәр менән баҡырсыларҙы яллай.


Уға ҡаршы фетнә ойоштороусылар ғаммон ҡыҙы Шимғаҫтың улы Завад менән моав ҡыҙы Шимриҫтың улы Йеһозавад була.


Амасъяһ егерме биш йәшендә батша була, Йәрүсәлимдә егерме туғыҙ йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Йеһоғаддан Йәрүсәлимдән була.


Сөләймән батшалыҡ иткән замандарҙа булған башҡа хәлдәр, тәүгеһенән алып һуңғыһына тиклем, Наҫан пәйғәмбәр яҙмаларында, Шило Ахияһының күрәҙәләре һәм Ғиддо әүлиәнең Неват улы Яровғамға ҡағылышлы күренмештәре теркәлгән яҙмаларҙа һүрәтләнә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ