26 Уға ҡаршы фетнә ойоштороусылар ғаммон ҡыҙы Шимғаҫтың улы Завад менән моав ҡыҙы Шимриҫтың улы Йеһозавад була.
Арамиҙар уны ауыр яралы хәлдә ҡалдырып китә, әммә ярандары, Йеһоядағ ҡаһиндың улының ҡанын түккән өсөн, уны ятҡан түшәгендә үлтерә. Йоаш шулай үлә. Уны Дауыт ҡалаһында ерләйҙәр, әммә батшалар зыяратына ҡуймайҙар.
Йоаштың улдары, уға ҡаршы әйтелгән бик күп пәйғәмбәрлек һүҙҙәре, Алла ҡорамын төҙөкләндереүгә ҡағылышлы хикәйәләүҙәр Батшалар китабындағы яҙмаларҙа бирелгән. Йоаш урынына улы Амасъяһ батша булып ултыра.
Тәхетендә нығынғас, Амасъяһ атаһы Йоаш батшаны үлтергән ярандарын язалай.