23 Ошо йылдың аҙағында Арам ғәскәре Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә килеп һөжүм итә, халыҡтың бөтә башлыҡтарын ҡыра, барлыҡ яумалды үҙҙәренең батшаһына Дамаскка оҙата.
Дамаскта йәшәгән арами халҡы Сова батшаһы Һададғәзәргә ярҙамға килгәс, Дауыт уларҙың егерме ике мең кешеһен үлтерҙе.
Пәйғәмбәр Исраил батшаһына килеп: – Бар, көс тупла, нимәләр эшләргә кәрәклеген ныҡлап уйла, сөнки киләһе яҙ Арам батшаһы йәнә яу менән киләсәк, – тине.
Киләһе яҙҙа Бен-Һадад ғәскәрен тупланы ла исраилдар менән һуғышырға Афеҡ ҡалаһына йүнәлде.
Ҡон ҡайтарыу – Минән, әжерен Үҙем бирермен. Ваҡыт еткәс, улар һөрөнөп йығылыр, Сөнки уларҙың һәләкәт көнө яҡын, Тәҡдирҙәре уларға ҡаршы ашыға“.