Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 24:22 - Изге Яҙма

22 Йоаш батша Йеһоядағтың үҙенә эшләгән изгелектәрен иҫенә лә төшөрмәй, уның улын үлтерә. Йән биргәндә Зәкәрьяһ: – Раббы күрһен дә язаһын бирһен, – ти.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 24:22
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Рәүвән былай тине: – Малайға золом ҡылмағыҙ, тип әйтмәнемме ни мин һеҙгә? Тыңламанығыҙ. Хәҙер уның ҡаны өсөн яуап тотабыҙ.


Ҡанығыҙ ҡойолоп, йәнегеҙ ҡыйылһа, ҡан ҡойғандың – йыртҡысмы ул, әллә туғанының ғүмерен өҙгән бәндәме – үҙенең ҡаны ҡойолоуға дусар итәсәкмен.


Раббы ант итте һәм ҡарарынан ҡайтмаҫ: «Һин Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге Мәңгелек ҡаһинһың!» – тине.


Сөнки түгелгән ҡандың ҡонон ҡайтарыр, иҫендә тотор, Иҙелгәндәрҙең зарын онотмаҫ.


Яҡшылыҡҡа яманлыҡ менән атҡандың йортонан бәлә китмәҫ.


Әммә Һин – ғәҙел хөкөм ҡылған Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Һин – күңелде һәм булмышты һынаусы, Уларҙан үс алғаныңды күрәйемсе, Дәғүәмде Һиңә тапшырҙым!


Бабилға һәләк итеүсе килер, Һуғышсылары әсиргә төшөр, йәйәләре һыныр; Сөнки Раббы – ҡон ҡайтарыусы Алла, Әжерен ҡылғанына күрә бирер.


Һабил ҡанынан алып, ҡорбан усағы менән Изге йорт араһында үлтерелгән Зәкәрьяһ ҡанына тиклем. Эйе, һеҙгә әйтәм: ошо быуын быларҙың барыһы өсөн дә яуап тотасаҡ.


– Мин һеҙгә Атам тарафынан күп яҡшы эштәр күрһәттем. Шуларҙың ҡайһыһы өсөн Мине таш менән бәреп үлтерергә теләйһегеҙ? – тине Ғайса.


Баҡыр ҡойоу оҫтаһы Искәндәр миңә күп яуызлыҡ эшләне. Раббы уға ҡылған ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.


Хөкөм алдында тәү тапҡыр яуап тотҡанда, янымда береһе лә булманы, бөтөнөһө лә ташлап китте. Был уларға ғәйеп һаналмаһын.


Әгәр ҙә беҙ, Раббынан баш тартып, тотош яндырыу ҡорбаны ҡылыр, саҙаҡалар һәм татыулыҡ ҡорбаны килтерер өсөн ҡорбан усағы төҙөгән булһаҡ, Раббы беҙгә язаһын бирһен.


Эй күк, уның хәленә ҡыуан, изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ, сөнки һеҙҙе ҡала нисек хөкөм итһә, Алла уны шулай хөкөм итте.


Уның хөкөмдәре хаҡ һәм ғәҙел, сөнки Ул үҙенең фәхешлеге менән ерҙе боҙоҡлоҡҡа килтергән бөйөк фәхишәне хөкөм итте һәм Үҙ ҡолдарының ҡаны өсөн унан үс алды.


Шулай уҡ Йеруббәғел, йәғни Гидғон йортона ла, уның күрһәткән яҡшылыҡтарына ҡарамай, тоғролоҡ һаҡламанылар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ