21 Әммә Зәкәрьяһҡа ҡаршы фетнә ойошторола, батша бойороғо буйынса, уны Раббы ҡорамы ихатаһында таш бәреп үлтерәләр.
Унан ике йүнһеҙ әҙәм килеп, Навоҫтың ҡаршыһына ултырҙы ла: – Навоҫ Алла менән батшаны хурланы, – тип шаһитлыҡ итте. Шунан Навоҫты ҡаланан тышҡа алып сыҡтылар ҙа таш бәреп үлтерҙеләр.
– Һине батша кәңәшсеһе итеп ҡуйҙылармы әллә? – тип бүлдерә батша пәйғәмбәрҙе. – Ауыҙыңды яп! Юғиһә йәнең менән хушлашасаҡһың! Пәйғәмбәр уға: – Ошо эшең һәм минең кәңәшемә ҡолаҡ һалмағаның өсөн Алланың һине һәләк итергә ҡарар ҡылғанын беләм, – ти ҙә башҡа өндәшмәй.
Әммә тора-бара улар буйһонмай башланы, Һиңә ҡаршы фетнә күтәрҙе, ҡануныңды һанға һуҡманы, Һиңә кире ҡайтырға өгөтләгән пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙе, Һине сикһеҙ хурланы.
Мин салырға илткән йыуаш бәрәс кеүек булғанмын. Миңә ҡаршы мәкер ҡорғандарын аңламағанмын. Ә улар былай тигән: «Ағасын да, емешен дә юҡ итәйек, Уны тереләр донъяһынан ҡырҡып ташлайыҡ, Хатта исеме лә хәтерҙә ҡалмаһын».
Шунан ҡайһы бер кешеләр: – Әйҙәгеҙ, Йермеяһҡа ҡаршы мәкер ҡорайыҡ! – тинеләр. – Беҙҙә ҡанун өйрәтәсәк ҡаһиндар, өгөт-нәсихәт бирәсәк аҡыл эйәләре, һүҙ әйтәсәк пәйғәмбәрҙәр бер ваҡытта ла бөтәһе түгел. Әйҙәгеҙ, уны телебеҙ менән еңәйек, уның бер һүҙенә лә ҡолаҡ һалмайыҡ.
уны һуҡтырырға һәм Раббы йортоноң Үрге Бинйәмин ҡапҡаһы янында аяҡтарына ҡалып кейҙереп ултыртып ҡуйырға бойорҙо.
– Раббы былай ти: «Раббы йортоноң ихатаһына баҫ та Йәһүҙә ҡалаларынан бында ғибәҙәт ҡылырға килеүселәрҙең барыһына ла Мин һиңә әйтергә ҡушҡандарҙы еткер, бер һүҙен дә кәметмә!
Йеһояҡим батша һәм уның ғәскәр башлыҡтары, түрәләре Урияһтың һүҙҙәрен ишеткәс, батша уны үлтерергә ниәтләне. Был турала белгәс, Урияһ ҡурҡыуға ҡалды һәм Мысырға ҡасып китте.
Ҡала ҡапҡаһы янында хөкөм мәлендә фашлағанды, Дөрөҫөн һөйләгәнде күрә алмайһығыҙ һеҙ.
Йөҙөм үҫтереүселәр уның хеҙмәтселәрен тотоп, ҡайһыһын туҡмап, ҡайһыһын үлтереп, ҡайһыларын таш менән бәргесләгәндәр.
Һабил ҡанынан алып, ҡорбан усағы менән Изге йорт араһында үлтерелгән Зәкәрьяһ ҡанына тиклем. Эйе, һеҙгә әйтәм: ошо быуын быларҙың барыһы өсөн дә яуап тотасаҡ.
Уларҙы таш менән бәреп үлтерәләр, кәүҙәләрен урталай бысалар, ҡылыстан үткәрәләр. Улар һарыҡ йә кәзә тиреһе ябынып йөрөй, баштары мохтажлыҡтан сыҡмай, уларҙы эҙәрлекләйҙәр, туҡмайҙар.