19 Халҡын Үҙенә ҡайтарам тип, Раббы уларға пәйғәмбәрҙәрен ебәрә. Әммә халыҡ пәйғәмбәрҙәрҙең киҫәтеүенә ҡолаҡ һалмай.
Навуходоносор батша Сидкияһты Алла исеме менән тоғролоҡҡа ант иттерһә лә, Сидкияһ уға ҡаршы фетнә күтәрә, үҙ һүҙлелегенә барып, бәғерһеҙләнә, хатта Исраил Аллаһы Раббыға табан боролоуҙан баш тарта.
Әммә тора-бара улар буйһонмай башланы, Һиңә ҡаршы фетнә күтәрҙе, ҡануныңды һанға һуҡманы, Һиңә кире ҡайтырға өгөтләгән пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙе, Һине сикһеҙ хурланы.
Һин күп йылдар буйына уларға түҙҙең. Пәйғәмбәрҙәрең ярҙамында Үҙеңдең рухың менән уларҙы өгөтләнең, әммә улар тыңламаны. Һин уларҙы сит халыҡтар ҡулына бирҙең.
Тауышыма ҡолаҡ һалығыҙ, әйткәнемде ишетегеҙ. Һөйләгәнемде диҡҡәт менән тыңлағыҙ!
Ҡайһығыҙ ошоға ҡолаҡ һалыр, Киләсәктә кем иғтибар менән тыңлар?
Тыңла Мине, халҡым, ҡолаҡ һал, өммәтем! Бына Минән ҡарар-ҡанун сығыр, Ғәҙел хөкөмөмдө халыҡтарға яҡтылыҡ-нур итермен.
Әйткәнемә ҡолаҡ һалығыҙ, Минең яныма килегеҙ, Тыңлағыҙ мине һәм йәшәрһегеҙ. Һеҙҙең менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, Дауытҡа вәғәҙә иткән тоғро һөйөүемде бирермен.
– Йәһүҙә батшаһы Йошияһ Амон улы хакимлығының ун өсөнсө йылынан алып ошо көнгә тиклем – бына инде егерме өс йыл буйы – миңә Раббы һүҙе иңеп тора. Мин уларҙы һеҙгә туҡтауһыҙ һөйләй барҙым, әммә һеҙ әйткәндәремә ҡолаҡ һалманығыҙ.
«Әммә һеҙ Мине тыңламанығыҙ, – тип белдерә Раббы. – Боттарығыҙ менән Мине асыуландырып, үҙ башығыҙға бәлә килтерҙегеҙ».
Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Әйткәндәремде тыңламағанығыҙ өсөн,
һеҙгә бер-бер артлы ебәреп торған ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙең әйткәндәренә быға тиклемге кеүек ҡолаҡ һалмаһағыҙ,
– Ата-бабаларығыҙ кеүек булмағыҙ! Әүәлге пәйғәмбәрҙәр уларға әйтә килде, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Яман юлдарығыҙҙы һәм боҙоҡ ғәмәлдәрегеҙҙе ташлағыҙ, Миңә ҡабат ҡайтығыҙ», – тип киҫәтә, тине. Әммә улар ишетмәне, әйткәндәремә ҡолаҡ һалманы, – тип белдерә Раббы. –
Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!
Ибраһим байға: «Улар Мусаны һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламайҙар икән, үлектәрҙең береһе терелеп барһа ла, ышанмаясаҡтар», – тип яуап биргән.