Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 24:15 - Изге Яҙма

15 Йеһоядағ ҡартая, донъялыҡтан туйып, йөҙ утыҙ йәшендә мәрхүм була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 24:15
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә һин, оҙон ғүмер кисергәндән һуң, тыныс күңел менән аталарың янына күсерһең.


Ул, оҙон ғүмер һөрөп, фани донъя рәхәтен күреп, ата-бабаларына ҡушылды.


– Йөҙ ҙә утыҙ йыл йәшәнем яҡты донъяла, – тип яуап бирҙе Яҡуп. – Был бик күп түгел, әммә ул йылдар бик ауыр булды. Уларҙы ата-бабаларымдың ғүмере менән сағыштырырлыҡ түгел.


Йәшәрен йәшәп, олоғайып киткән Дауыт Исраил батшаһы итеп улы Сөләймәнде ҡуя.


Төҙөлөш тулыһынса тамамланғандан һуң, улар батша менән Йеһоядағҡа ҡалған көмөштө килтереп тапшыра. Был көмөштән Раббы ҡорамында хеҙмәт үтәү һәм яндырыу ҡорбаны килтергәндә кәрәк булған һауыттар ҡоялар, шулай уҡ алтын, көмөштән башҡа һауыт-һаба яһайҙар. Йеһоядағ иҫән ваҡытта Раббы ҡорамында тотош яндырыу ҡорбандары даими килтереп торола.


Уны Дауыт ҡалаһында батшалар янына ҡуялар, сөнки ул Аллаға һәм Уның ҡорамына хеҙмәт итеп, Исраилда тик изгелек кенә эшләй.


Йеһоядағ уға ике ҡатын алып бирә. Йоаштың улдары, ҡыҙҙары тыуа.


Үҙ ваҡытында йыйып бәйләнгән көлтә һымаҡ, Өлкәнәйеп ҡәбереңә китерһең.


Башыңа һәләкәт килмәҫ, Сатырыңа бәлә-ҡаза яҡынламаҫ.


Улар әйтер: «Раббы хаҡ, Ул – ҡаям минең; Унда тамсы ла ғәҙелһеҙлек юҡ».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ