Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 23:18 - Изге Яҙма

18 Артабан Йеһоядағ Дауыттың Раббы ҡорамы хаҡындағы күрһәтмәләрен үтәп, ҡаһиндар һәм левиҙәрҙән Раббы ҡорамы өсөн яуаплы кешеләр билдәләй. Улар, Муса ҡанунында яҙылғанса, Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә һәм был йоланы Дауыт ҡушҡанса ҡыуанышып, йырлаша-йырлаша башҡарырға тейеш була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 23:18
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт былай тип әйткән була: «Исраил Аллаһы Раббы, Үҙенең халҡына именлек биреп, мәңгегә Йәрүсәлимдә төйәкләнде.


Батша һуҡма тәрилкәләр, лира һәм арфалар тотҡан левиҙәрҙе Раббы ҡорамына ҡуя, быны Дауыт менән батша әүлиәһе Ғад һәм Наҫан пәйғәмбәр ҡағиҙәһенә ярашлы эшләй. Был – Раббының уның пәйғәмбәрҙәре аша ебәрелгән ҡағиҙәһе була.


Хизкияһ ҡорбан усағында тотош яндырыу ҡорбанын килтерергә бойора. Ҡорбан килтереү йолаһына керешкәс, борғоларға һәм Исраил батшаһы Дауыттың уйын ҡоралдарына ҡушылып, Раббыға бағышланған йыр башлана.


Хизкияһ батша менән түрәләр левиҙәргә Раббыны Дауыт һәм Асаф әүлиә һүҙҙәре менән данларға бойора, улар шатланышып данлай, теҙ сүгеп сәждә ҡыла.


Һуңынан ҡаһиндар һәм левиҙәр аяғүрә баҫып халыҡты фатихалай. Уларҙың доғалары Алланың күктәрҙәге мөҡәддәс торлағына етеп, ҡабул ҡылына.


Ул ҡаһиндарҙы тәғәйен вазифаларына тотонорға ҡуша, Раббы ҡорамында хеҙмәт башҡарыуға дәртләндерә.


Һандыҡты, Осрашыу сатырын, сатырҙағы бөтә изге әйберҙәрҙе – быларҙың барыһын левиҙәр һәм ҡаһиндар алып китә.


Ҡаһиндар үҙ урындарын ала. Левиҙәр, Дауыт батшаның Раббыны маҡтау өсөн яһаттырған һәм «Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!» тип мәҙхиә йырлағанда ҡуллана торған уйын ҡоралдарын күтәреп, ҡаһиндарҙың эргәһендә үҙ урындарына тора. Ҡаһиндар, левиҙәр ҡаршыһында баҫып, борғо ҡысҡырта, барлыҡ исраилдар аяғүрә тора.


Ете көн буйы шатлана-шатлана Сөсө икмәк байрамын билдәләнеләр, сөнки Раббы уларға ҡыуаныс бирҙе – Ашшур батшаһының илтифатын ҡаҙандырҙы һәм батша Исраил Аллаһының йортон һалыуға булышлыҡ күрһәтте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ