Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 23:14 - Изге Яҙма

14 Йеһоядағ ҡаһин төркөмдәр менән идара итеүсе йөҙ баштарына: – Ул ҡатынды бынан, рәттәр араһынан, алып сығығыҙ! Кем уға эйәрә, ҡылыстан үткәрегеҙ, – тип бойора. Ул Ғаҫалъяһтың Раббы ҡорамында үлтерелгәнен теләмәй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 23:14
7 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тотош яндырыу ҡорбаны ғәмәлен башҡарып бөтөр-бөтмәҫтән, Йеһу һаҡсыларға һәм яу баштарына: – Инегеҙ, бөтәһен дә үлтерегеҙ! Береһе лә ҡасып ҡотола алмаһын, – тип әмер бирҙе. Бөтәһен дә ҡылыстан үткәреп, мәйеттәрен тышҡа бырғанылар. Шунан Бәғел ҡорамының эске бүлкәтенә инделәр


Йеһоядағ ҡаһин төркөмдәр менән идара итеүсе йөҙ баштарына: – Ул ҡатынды бынан, рәттәр араһынан, алып сығығыҙ! Кем уға эйәрә, ҡылыстан үткәрегеҙ, – тип бойорҙо. Ул Ғаҫалъяһтың Раббы ҡорамында үлтерелеүен теләмәне.


Һәр кем, ҡулына ҡорал тотоп, батшаны уратып баҫһын. Кем һеҙҙең сафтарға яҡыная, шул үлтерелһен. Батша ҡайҙа барһа ла, артынан ҡалмағыҙ.


һәм ни күрә: батша ишек төбөндә ҡалҡыу урында тора, уны тирәләп хәрби башлыҡтар менән борғосолар баҫҡан, ил халҡы ҡыуаныша, борғо ҡысҡырта, уйын ҡоралдары тотҡан йырсылар береһенән-береһе уҙҙырып маҡтау йырлай. Ғаҫалъяһ, өҫтөндәге кейемен йыртып: «Хыянат! Хыянат!» – тип ҡысҡыра.


Ғаҫалъяһты тотоп алалар һәм, һарайҙың Ат ҡапҡаһына инә торған еренә алып килеп, шунда үлтерәләр.


Әммә берәйһе икенсе берәүҙе белә-күрә мәкер менән үлтерһә, ул кеше хатта Минең ҡорбан усағым эргәһенән дә алып китеп үлтерелергә тейеш.


Раббы уларға: – Барығыҙ! Ҡорамды нәжесләгеҙ, ихаталарҙы мәйет менән тултырығыҙ! – тине. Шунан һуң тегеләр сығып ҡалала үлтерергә тотондо.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ