ІІ Йылъяҙма 23:11 - Изге Яҙма11 Шунан батша улын алып киләләр, башына таж кейҙерәләр, ҡанун китабы тотторалар. Йоашты батша тип иғлан итәләр. Йеһоядағ менән улдары Йоашты мәсехләй һәм халыҡ: «Йәшәһен батша!» – тип ҡысҡыра. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Ләкин Йеһошавғаҫ, Йеһорам батшаның ҡыҙы, Ахазъяһтың үлемгә дусар ителгән башҡа улдары араһынан Йоаш тигән улын урлап алып, уны һөт әсәһе менән бергә йоҡо бүлмәһенә йәшерә. Шулай итеп, Йеһорам батшаның ҡыҙы, Йеһоядағ ҡаһиндың ҡатыны, Ахазъяһтың ҡыҙ туғаны Йеһошавғаҫ Йоашты Ғаҫалъяһтан йәшерә һәм ул тере ҡала.