10 Ул ҡулдарына ҡорал тотҡан кешеләрҙе, батшаны һәр яҡтан һаҡлар өсөн, ҡорамдың көньяғынан төньяғына тиклем ҡорбан усағы һәм ҡорам тирәләй ҡуйып сыға.
Ҡулдарына ҡорал тотҡан һаҡсылар, батшаны һәр яҡтан һаҡлар өсөн, ҡорамдың көньяғынан төньяғына тиклем, ҡорбан усағы һәм ҡорам тирәләй баҫты.
Шунан батша улын алып киләләр, башына таж кейҙерәләр, ҡанун китабы тотторалар. Йоашты батша тип иғлан итәләр. Йеһоядағ менән улдары Йоашты мәсехләй һәм халыҡ: «Йәшәһен батша!» – тип ҡысҡыра.
Йеһоядағ ҡаһин йөҙ баштарына һөңгөләр менән Дауыт батшаның Алла ҡорамында һаҡланған ҙур һәм бәләкәй ҡалҡандарын таратып бирә.
Артабан Сөләймән Раббының ҡорбан усағы ҡаршыһында, Исраил йыйыны алдына баҫа ла ҡулдарын юғары күтәрә.
Ҡорбан яндырыу өсөн тәғәйенләнгән ҡорбан усағын Осрашыу сатыры алдына урынлаштыр.
Бер-береһен этмәй-төртмәй, Сафтарҙы боҙмай туп-тура елә, Ҡоралдар араһынан йырып үтәләр, Уларҙы туҡтатыу мөмкин түгел.