Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 21:17 - Изге Яҙма

17 Улар Йәһүҙәгә табан юллана, уға бәреп инә һәм батша һарайында табылған барлыҡ мөлкәтте, шулай уҡ улдарын һәм ҡатындарын алып китә. Уның кинйәһе Йеһоахаздан башҡа улы ҡалмай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 21:17
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһтың туғандарына тап булды. Уларҙан: – Һеҙ кем булаһығыҙ? – тип һораны. – Беҙ Ахазъяһтың туғандары. Батша улдарының һәм батша әсәһенең улдарының хәлен белергә китеп барабыҙ, – тип яуапланы улар.


Ғәрәптәр менән бергә йәһүҙиҙәр тупламына һөжүм иткән баҫҡынсылар Йеһорамдың өлкән улдарын үлтереп киткән була. Шул сәбәпле Йәрүсәлим халҡы Йеһорам урынына уның кинйә улы Ахазъяһты батша итеп ҡуя. Шулай итеп, Йәһүҙә тәхетенә Йеһорам улы Ахазъяһ ултыра.


Ул, Рама ҡалаһында Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы һуғышҡанда алған яраларын дауаларға, Изреғилгә ҡайта. Йәһүҙә батшаһы Йеһорам улы Ахазъяһ иһә йәрәхәтләнгән Ахав улы Йорамдың хәлен белешергә тип Изреғилгә килә.


Яуыз Ғаҫалъяһтың улдары Раббы ҡорамын талап, ундағы мөҡәддәс әйберҙәрҙе Бәғелгә табыныу өсөн ҡулланды бит!


Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһты – Йеһоахаздан тыуған Йоаштың улын – Бейт-Шәмәштә әсиргә ала ла уны Йәрүсәлимгә килтерә һәм ҡала диуарының Әфраим ҡапҡаһынан алып Мөйөш ҡапҡаһына тиклемге дүрт йөҙ терһәк оҙонлоғондағы араһын емертә.


Сөнки Минең көмөшөмдө, алтынымды алдығыҙ, иң гүзәл ҡомартҡыларымды илаһтарығыҙҙың ҡорамдарына индереп ҡуйҙығыҙ.


Раббы былай ти: «Газа енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Халҡымды тотош ауылдары менән әсиргә алып Эдомға һатып ебәргән өсөн


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ