14 Бына шуның өсөн Раббы һинең халҡыңа, балаларыңа, ҡатындарыңа, барлыҡ мөлкәтеңә ауыр ҡаза ебәрәсәк.
Раббы ул түккән ҡанды уның үҙ башына төшөрәсәк. Ул, атайым Дауытҡа белдермәйенсә, һис бер ғәйепһеҙгә үҙенән һәйбәтерәк һәм тоғрораҡ ике кешене – Исраил ғәскәре башлығы Авнер Нер улын һәм Йәһүҙә ғәскәре башлығы Ғамаса Йәҫәр улын ҡылыстан үткәрҙе.
ә Исраил батшаларына эйәрҙең. Ахав нәҫеле Исраилды аҙҙырған кеүек, һин Йәһүҙә менән Йәрүсәлим халҡын сит илаһтарға табынырға өндәнең. Өҫтәүенә, һин ҡустыларыңды, атайыңдың улдарын, үлтерттең, ә улар һинән яҡшыраҡ ине.
Үҙең иһә ауыр эс ауырыуына юлығырһың. Ул ауырыу көндән-көн аҙа барып, эсеңдәге бөтә ағзаларың ҡойолоп төшәсәк».
Уларға табынып сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.
Әфраим йәберләнгән, хөкөмдән тетрәнгән, сөнки ул юҡ-бар нәмәләр артынан эйәрергә тәүәккәлләне.
Быларҙан һуң да тиҫкәреләнеүегеҙҙе дауам итһәгеҙ, Мине тыңламаһағыҙ, гонаһтарығыҙ өсөн язаны ете тапҡыр арттырырмын.
Ғомри батшаның ҡағиҙәләрен үтәп, Ахав йортоноң йолаларын тоттоғоҙ; Улар кәңәшенә тоғроһоғоҙ. Шуға күрә һине бушлыҡҡа әйләндерәм, Ҡала халҡын хурлыҡҡа ҡалдырам, Ҡәүемдәр өсөн мәсхәрә булырһығыҙ».